КИСӘ РӘСӘЙ МАТБУҒАТЫ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНДЕ!

13 ғинуар — Рәсәй матбуғаты көнө.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте журналистарҙы, гәзит һәм журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәрен, полиграфистарҙы, нәшриәтселәрҙе, журналистика ветерандарын һәм башлап ҡәләм тибрәтеүселәрҙе һөнәри байрамдары – уҙып киткән Рәсәй Матбуғаты көнө менән ихлас ҡотлай! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар, ижади үрҙәр, яңы уңыштар теләй!
Хөрмәтле матбуғат хеҙмәткәрҙәре, ҡаурый ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос, халыҡ алдында үтәгән бурысығыҙ таҙа, әйтер һүҙегеҙ көслө, ижад ҡомарығыҙ ялҡынлы булып ҡалһын!!!
***
Рәсәй матбуғаты көнө – Бөйөк Петрҙың указы буйынса ойошторолған илдәге беренсе баҫма «Ведомости» гәзитен сығарыу иҫтәлегенә арналған. Рус телендәге матбуғаттың беренсе һаны 1703 йылдың 1 ғинуарында (иҫке стиль буйынса 13 ғинуарҙа) донъя күрә. Петр I гәзитте реформалар үткәреү өсөн көрәштә һәм Рәсәй империяһының ҡеүәтен раҫлауҙа мөһим сара итеп күрә.
Гәзит Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла нәшер ителә һәм даими атамаһыҙ, төрлөсә йөрөтөлә — «Ведомости», «Российские ведомости», «Ведомости Московские».
1870 йылдың 1 ғинуарынан «юғарынан төшкән бойороҡ» буйынса, «тәжрибә рәүешендә почта учреждениеларында урыҫ һәм сит телдәрҙәге ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошторорға» рөхсәт ителә. Был Рәсәйҙә матбуғатҡа яҙылыу буйынса беренсе ҡарар була. Ә инде 1914 йылға илдә 3 меңдән ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаһы сыға.
***
Әйткәндәй, бөгөн  Өфөлә Матбуғат байрамы көнө уңайынан ҙур сара  уҙғарыла. Сараны  БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы үткәрә. Унда республика һәм район-ҡала матбуғаты, киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре, журналистар  саҡырылған.  
14.01.2019

Возврат к списку