Кисә Республика лицей-интернатына Тимер Йосопов исемен биреү тантанаһы уҙҙы

      28 майҙа Дыуан районы Республика лицей-интернатына Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры, арҙаҡлы улы Тимер Йосопов исемен биреү тантанаһы һәм уның шиғырҙар йыйынтығының дүртенсе томы презентацияһы уҙҙы.
     Сарала «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлфиә Ханнанова, әҙәби тәнҡитсе һәм ғалим-педагог, филологияфәндәре докторы, профессор, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Тимер Йосоповтың «Һайланма әҫәрҙәре»нең IV томын төҙөүсе шағир Фәнил Күзбәков, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Ғәлимә Ғәлина, әҙиптең туғандары, яҡындары, яҡташтары ҡатнашты.
    Тантанала Дыуан халҡы һәм саҡырылған ҡунаҡтар өсөн нәшриәт китап һатыу-күргәҙмәһе лә ойошторҙо.





29.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика