«Китап» нәшриәте «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығын ҡотларға әҙерләнә

2017 йылдың 3 ноябрендә Өфөнөң Конгресс - холл бинаһында «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығына арналған «Башҡортостан бында башлана…» исемле кисә үтә. Кисәлә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Башҡортостан тарихы, тәбиғәте, мәҙәниәтенә арналған китап һатыу күргәҙмәһе ойоштора. Сарала нәфис, балалар, фәнни-популяр әҙәбиәттән тыш тағы ла шулай уҡ дәреслектәр, һүҙлектәр, фотоальбомдар, 2018 йылға йыртмалы (отрывной), мәктәп, мосолман календарҙары тәҡдим ителәсәк.
Баҫманың  ҡыҫҡаса тарихына килгәндә: 1917 йылдың июнендә Ырымбурҙа «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тигән исем аҫтындағы гәзиттең тәүге һаны донъя күрә. Июлдән ул «Башҡорт» тип үҙгәртелә. 1918 йылдың мартында Башҡортостандың Ваҡытлы революция советы «Башҡортостан» гәзитен сығара. Ошо ике гәзит «Башҡортостан»дың нигеҙен тәшкил итә. 1919 йылдан ул Стәрлетамаҡта «Башҡортостан хәбәрҙәре» тигән исем аҫтында баҫыла. 1922 йылдан «Башҡортостан» Өфөлә башҡорт һәм татар телдәрендә сыға. 1924 йылдың авгусынан башҡортса ғына баҫыла башлай. 1929 йылдан ул көндәлек гәзиткә әүерелә. 1937 йылда «Ҡыҙыл Башҡортостан», 1951 йылда «Совет Башҡортостаны» тип үҙгәртелә.  1968 йылда баҫма Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1990 йылдан гәзиттең хәҙерге исеме республиканың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, фәнни, спорт тормошон сағылдыра. Бөгөн «Башҡортостан» - редакция хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы, гәзит уҡыусыларының, үҙ хәбәрселәрҙең әүҙемлеге ярҙамында аҙнаһына биш тапҡыр утыҙ өс мең тираж менән баҫыла. Гәзитте егермеләп рубрика, тиҫтәнән ашыу махсус бит ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итә. «Башҡортостан» гәзите рухи хазина булараҡ үҙ исеменә һәм есеменә тап төшөрмәй. Уны республиканың барлыҡ ҡала һәм райондары халҡы уҡый, күрше өлкәләр ҙә алдыралар. Гәзиттең тиражы йылдан-йыл тотороҡло һаҡлана.
Кисә Конгресс – холл бинаһында  сәғәт киске 7-лә башлана.






27.10.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика