«Китап» нәшриәте Меңдәр ырыуы йыйынында

  Дим, Өршәк, Сәрмәсән, Ҡариҙел (Өфө) йылғалары һәм Асылыкүл, Ҡандракүл буйҙарын үҙ иткән меңдәр тарихи мәғлүмәттәр буйынса, башҡа ырыуҙар араһында иң боронғо ырыуҙарҙың береһе тип иҫәпләнә.
  Еребеҙгә, илебеҙгә арҙаҡлы шәхесебеҙ, заманының олуғ ғалимы Мифтахетдин Аҡмулланы биргән Мең ырыуы башҡорттары бөгөн Өфөнөң Йәштәр мәҙәниәт һарайына йыйылды. Йыйында билдәле фән эшмәкәрҙәре, шағирҙар, яҙыусылар, сәнғәт һәм һүҙ оҫталары ҡатнаша.
  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте лә был саранан ситтә ҡалманы. Ул килгән ҡунаҡтарға китап һатыу күргәҙмәһе ойошторҙо.
12.04.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика