«Китап» нәшриәте Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында «Рәсүлев уҡыуҙары»нда ҡатнашты

    4 һәм 5 июль көндәрендә Силәбе өлкәһенең Силәбе һәм Троицк ҡалаларында «Рәсүл уҡыуҙары: Ислам Рәсәйҙең тарихында һәм бөгөнгө тормошонда» исемле VIII Бөтә Рәсәй (Халыҡ-ара ҡатнашлыҡта) фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Форум Башҡортостанда тыуып үҫкән билдәле мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсүлевтың иҫтәлегенә арналды.
    «Рәсүл уҡыуҙары» программаһына ярашлы Силәбе дәүләт университетының Троицк филиалында бер нисә секция эшләне, унда Силәбе өлкәһе, Башҡортостан, Татарстан ғалимдары сығыш яһаны.
     Конференция сиктәрендә Троицк ҡалаһында «Троицк китап күргәҙмә-йәрминкәһе» ойошторолдо. Ике көн буйы барған оло сарала Рәсәйҙең бик күп ҡалаларынан, хатта Ҡаҙағстандан да, бик күп нәшриәттәр ҡатнашты. Троицк ҡалаһының үҙәк майҙанында Мәскәү ҡалаһының «ЭКСМО», Силәбе өлкәһенең «Край Ра», «Абрис», Ҡаҙағстандың «Фолиант» нәшриәттәре һәм шулай уҡ Европалағы иң ҙур китап сауҙа йорттарының береһе «Библио-Глобус» та ҡатнашты. Китап ҡаласығын хәтерләткән майҙанда милләттәштәребеҙҙе Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙенең бай ассортиментлы китаптары менән һөйөндөрҙө. Ул сарала ҡатнашыусыларға башҡорт, рус, татар телдәрендә баҫылған нәфис, балалар әҙәбиәте, фотоальбомдар, мәктәп һәм мосолман календарҙары тәҡдим итте.
    Китап йәрминкәһендә һатыу-күргәҙмәләренән тыш майҙансыҡтарҙа төрлө әҙәби осрашыуҙар, конкурстар, оҫталыҡ кластары, лекциялар, презентациялар ҙа үткәрелде.
     Сарала ҡатнашыусыларға, килгән ҡунаҡтарға, ғөмүмән, Силәбе өлкәһе халҡына «Китап»тың Айырым төр баҫмалар бүлеге мөдире Э.Р. Хәйретдинова нәшриәттең яңы проекттары хаҡында һөйләне,  Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы донъя күргән китаптар менән таныштырҙы. Нәшриәттең 100 йыллығына арналған презентацияға халыҡ бик күп йыйылды, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, яңы китаптар тураһында белешмә лә алды.
     Нәшриәттең һатыу-күргәҙмәһе 6 июлдә Силәбе өлкәһе һабантуйында ла ҡатнашты. Һабантуйҙа үткәрелгән йәрминкәбеҙ Башҡортостандың һәм нәшриәттең 100 йыллығы айҡанлы «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә үтте.
    Күңелле тамашаларға, китап йәрминкәһенә, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән һабантуйға – матур йыйындарға саҡырып, милләттәштәребеҙ менән күрешеп, яҡындан аралашырға форсат биргәндәре, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алғандары өсөн «Китап» нәшриәте Силәбе өлкәһе һәм Троицк ҡалаһы хакимиәттәренә оло рәхмәтен белдерә.
     Башҡорт дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе – халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе Зәйнулла Рәсүлевты биргән изге Троицк ере оҙаҡ йылдар шулай шат тауыштарға күмелһен, милләттәштәребеҙ – ҡан ҡәрҙәштәребеҙ туған телебеҙҙә сыҡҡан китаптарҙы алып, еребеҙгә илһөйәр һәм телһөйәр быуын тәрбиәләһен, рухлы замандаштар үҫтерһен.




08.07.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика