«Китап» нәшриәте тиҙҙән һабантуйҙарға юллана!

Тиҙҙән халыҡтың иң яратҡан байрамдарының береһе- һабантуйҙар башлана.
Хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү һәм яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауға арналған тантаналы сараларҙан «Китап» нәшриәте лә ситтә ҡалғаны булманы. Ул йыл һайын тантаға йәм өҫтәп хеҙмәт алдынғылары – китап уҡыусыларын үҙ продукциялары менән һөйөндөрә т орҙо. Быйыл да нәшриәт район һәм ҡалаларҙа уҙасаҡ һабантуй байрамдарында ҡатнашып, халыҡ менән бергә булырға, уларға байрам кәйефе бүләк итергә ниәтләй.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  «Китап» нәшриәте 2 июнь - Бөрйән, 10 июнь – Ишембай, 16 июнь – Күгәрсен райондарында уҙғарыласаҡ һабантуйҙарға барырға юллана. Күңелле тантаналарҙа ул әҙәбиәт һөйөүселәренә үҙ баҫмаларын тәҡдим итәсәк. Балалар, ололар өсөн нәфис әҙәбиәт, әкиәттәр, тарихи баҫмалар, йырҙар йыйынтығы һәм башҡа күп төрлө сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптарыбыҙ һәр кемдең күңеленә хуш килер , тип ышанабыҙ. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле милләттәштәребеҙ!
***
Билдәләнеп үтелгән райондарҙан тыш китап һатыу күргәҙмәһен республикабыҙҙың тағы ла башҡа район һәм ҡала һабантуйҙарына барып ойоштороуыбыҙ ҙа ихтимал.
Ҡәҙерле уҡыусым! Беҙҙең менән бергә булып, беҙҙең яңылыҡтарҙы күҙәтеп бар, шылтырат, хат яҙ!

24.05.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика