“Китап” нәшриәте - Торатау буйында

    20 майҙа Ишембай районында Юрматы ырыуы йыйыны үтә.
    Байрамға юрматылар күпләп йәшәгән район һәм ҡала вәкилдәренән тыш, республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән дә ҡатнашырға теләк белдергәндәр. “Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Венгриянан да ырыуҙаштарыбыҙ булмаҡсы”, - тип хәбәр итә “Салауат” редакция-нәшриәт комплексы етәксеһе Сибәғәт Рахманғолов.
   Юрматыларға һәм килгән ҡунаҡтарға Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте үҙ баҫмаларын тәҡдим итә. Күпләп һатып алыусыларға бүләккә китаптар биреү ҡаралған.
                   “Китап” нәшриәте күргәҙмә-сауҙаһына рәхим итегеҙ!
17.05.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика