“Китап” нәшриәте – Ҡыҙыл майҙанда!

    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап”нәшриәте

3 – 6 июндә Мәскәүҙә үтәсәк “Ҡыҙыл майҙан” китап фестивалендә ҡатнаша. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған фестивалдең төп идеяһы – халыҡты китап уҡыуға ылыҡтырыу. Илебеҙ баш ҡалаһының төп майҙанындағы был сара Рәсәйҙә һәм донъяла әҙәбиәттең, мәҙәниәттең һәм мәғарифтың әһәмиәтен үҫтереүгә арнала.

   Фестиваль 3 – 4 июндә иртәнге 10-дан киске 11-гә тиклем, 5 – 6 июндә иртәнге 10-дан киске 10-ға хәтлем эшләй. Инеү – бушлай.

Ҡыҙыл майҙанда “Китап”нәшриәтенең күргәҙмә-сауҙа стендына рәхим итегеҙ!

19.05.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика