«Китап» нәшриәтенең һатыу-күргәҙмәһе бөгөн Ҡазанға сәфәр ҡылды

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап һатыу күргәҙмә-йәрминкәһе бөгөн Ҡазанда булды. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм V Бөтә донъя башҡорттары съезына арналған Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышына нәшриәт сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптарын алып барҙы. Сара Ҡазан ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда үтте. Оло ҡорға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселеге, тарихсылар, фән эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм журналистар йыйылды. Ҡоролтай ултырышы алдынан «Беренсе республика» фильмы күрһәтелде, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Бөтөн донъя татар конгресы Башҡарма комитеты рәйесе Ринат Закиров менән осрашты.

Башҡортостаныбыҙҙың һәм нәшриәтебеҙҙең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы «100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә үткәрелгән китап һатыу-күргәҙмәһе милләттәштәребеҙгә Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә, тәбиғәтенә арналған китаптарын тәҡдим итте. Күрше төбәк халҡы Н.У. Ишемғоловтоң «Образование Башкирской республики», С.И. Руденконың «Башкиры: Историко-этнографические очерки», «Аҫыл ынйылар кәрәҙе» (төҙөүсе авторҙары З.Ш. Ҡарабаева, Э.Ә. Яҡупова), Ғәлим Хисамовтың «Шаҡай бураны», Р.З. Йәнғужин менән Ф.Ғ. Хисамитдинованың «Коренные народы России. Башкиры», Фәнис Янышевтың «Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары», А.Ш. Ярмуллиндың «У истоков Башкирской республики» исемле тарихи китаптарын теләп алдылар. Ултырыштан һуң Башҡортостаныбыҙҙың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында концерт күрһәтелде һәм Татарстан башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре тантаналы бүләкләнде. Артабан сарала ҡатнашыусылар  яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы, Өфөләге Опера һәм балет театрының тәүге балериналарының береһе, мәшһүр балерина Нинель Юлтыеваның рухына зыярат ҡылды.

30.03.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика