«Китап» нәшриәтенең сауҙа-күргәҙмәһе Ырымбурға юллана

2019 йылдың 8 февралендә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең сауҙа-күргәҙмәһе Ырымбурға юллана. Башҡортостандың һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмә «100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә үткәрелә. Башҡортостан дәүләтселегенең бишеге Ырымбурҙа был көндө – Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре уҙа!

Сәйәси ваҡиғалар шаһиты булған, Зәки Вәлиди, Шәйхзада Бабич, Сәғит Мерәҫов эҙҙәрен һаҡлаған ҡалала Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы юғары кимәлдә билдәләнә.

М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында (Совет урамы, 26) билдәле ғалимдар ҡатнашлығында ҡоролтайҙың пленар ултырышы һәм Башҡортостандың ижади коллективтары әҙерләгән оло тамаша ҡаралған. Тамаша ваҡытында нәшриәт сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн китап һатыу күргәҙмәһе лә ойоштора. Күргәҙмәлә Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә, танылған шәхестәренә арналған баҫмалар буласаҡ. Шулай уҡ китап уҡыусыларға Ҡөрьән китабының яңы баҫмаһы, мосолман һәм мәктәп календарҙары, дәреслектәр, һүҙлектәр, уҡыу әсбаптары, балалар әҙәбиәте, оло һәм йәш быуын яҙыусыларының, шағирҙарының һайланма әҫәрҙәре лә тәҡдим ителәсәк.

Һатыу күргәҙмәһе иртәнге сәғәт 9-ҙа эш башлай.

Тамашаға теләге булған һәр кем үтә ала. 

Сара Каруанһарайға сәфәр менән тамамлана.

Сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптарыбыҙ һәр кемдең күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.

Китап сауҙаһына, оло тамашаға рәхим итегеҙ, хөрмәтле милләттәштәребеҙ!

Ырымбурҙа үтәсәк Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре хаҡында тулыраҡ түбәндәге сайтҡа инеп тә белешә алаһығыҙ: http://kurultay-ufa.ru/

Фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтынан алынды.

06.02.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика