«Китап»та Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның өр-яңы китабы сыҡты

«Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның башҡорт һәм рус телдәрендә «Дуҫ булайыҡ» повесы донъя күрҙе. Тиражы – 5000 дана. Ҙур форматта нәшер ителгән яңы баҫма сағыу һүрәттәр менән иллюстрацияланған.
Повеста үҫмер балалар тормошо, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, уй-кисерештәре, донъяға ҡараштары сағылдырыла.
Яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, М. Өмөтбаев, З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты Тимерғәле Килмөхәмәтов китапҡа баш һүҙ яҙа.
Китап ошо көндәрҙә һатыуға сыға. Хаҡы – 350 һум.
***
Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙең ҡулығыҙҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева тарафынан ижад ителгән ғәжәйеп бай йөкмәткеле, мауығып уҡырлыҡ, фәһем алырлыҡ «Дуҫ булайыҡ» исемле китап.
Зәйнәб Биишева – әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла бына тигән әҫәрҙәр яҙған күренекле прозаик. Уның иң ҙур әҫәре – «Бер ғүмерҙең тарихы» тигән трилогияһы «Кәмһетелгәндәр», «Уяныу», «Яҡтыға» романдарын үҙ эсенә ала. Улар Мәскәүҙә рус телендә баҫылып сығып, төрлө милләт кешеләренең яратып уҡыған китаптарына әүерелде. Эйек йылғаһы (яҙыусының бала саҡтары үткән ер) Һаҡмарға ҡарай аҡҡан кеүек, Зәйнәб Биишева ижады күп милләтле совет (Рәсәй) әҙәбиәтенә барып ҡушыла.
Зәйнәб Биишева – оҙайлы тормош юлы үткән яҙыусы. «Бер ғүмерҙең тарихы» тигән трилогиянан тыш, «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар», «Көнһылыу», «Дуҫ булайыҡ» повестары, «Ҡайҙа һин, Гөлниса?», «Далала таң» хикәйәләре, «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәттәре, «Тылсымлы ҡурай», «Нәҙер» пьесалары, «Салауат аманаты» поэмаһы, күп шиғырҙары, тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләре, «Үткән юлдар, уҙған йылдар... » исемле автобиографик яҙмалары бар.
Үҫмер балалар тормошон сағылдырған «Дуҫ булайыҡ» повесы рус, шулай уҡ башҡа күп телдәрҙә баҫылып сыҡты, төрлө милләт балаларының яратып уҡыған әҫәренә әүерелде. «Кирәй Мәргән», «Ел-ел арбам», «Бәхет ҡыҙы» әкиәттәрен дә кескәйҙәр һәр ваҡыт үҙ китабы тип иҫәпләй.
«Дуҫ булайыҡ» повесы 1952 – 1954 йылдарҙа яҙылған. Үҫмер балалар, мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнһә лә, был әҫәрен яҙыусы айырыуса етдилек, яуаплылыҡ менән ижад иткән тип әйтергә кәрәк. Повестың күп әҙәби сифаттары шул хаҡта һөйләй. Тәүҙә иң шәп һандар иғтибарҙы тарта: әҫәр яҙыу ике йыл дауам иткән. Повеста бөтәһе 28 бүлек. Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өсөн был, текемләп, тәфсилләп яҙылған, эҙмә-эҙлекле композицион ҡоролошло, бер-береһен үҫтереп, дауам иттереп килеүсе өс тиҫтәгә яҡын бүлектән бер бөтөн булып ойошҡан киң тармаҡлы, иркен һулышлы, хәрәкәтсән ынтылышлы эпик полотно барлыҡҡа килгән.
Әҫәр үҙәгендә ике герой – Юлдаш менән Ҡыҙырас. «Ауылда тәүге кис» исемле беренсе бүлектә улар – дүртенсе класты тамамлап, бишенсегә күскән малайҙар. Икеһе ике яҡтан: Юлдаш Ишембай ҡалаһынан, Ҡыҙырас – Октябрьскийҙан. Уҡыуҙар тамамланып, каникул башланғас, йәйен ял итергә тип, атайҙары уларҙы ауылға өләсәйҙәренә алып ҡайтҡан. Бер ауылда, күрше ике ғаиләлә ял көндәрен башлап ебәрә малайҙар.
Ә әҫәр аҙағында улар – өлгөргәнлек аттестаты алған үҫмер егеттәр.
Ошо биш-алты йыл арауығында Юлдаш менән Ҡыҙырастың башынан үткән ваҡиғалар барышында яҙыусы, хәтергә һеңеп ҡалырлыҡ ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс хәл-күренештәрҙе күргәҙмәле тасуирлап биреп, үҫмер малайҙарҙың аңлы һәм белемле кеше булып етешеүен күҙ алдына баҫтыра. Малайҙарҙың бер-береһенә үҙ-ара мөнәсәбәтендә лә, тирә-йүнгә ҡараш-бәйләнештәрендә лә киң мәғәнәле тәрбиәүи мәсьәлә-мәғәнәләр төҫмөрләнә. Ошо нигеҙҙә әҫәрҙең тәрбиәүи-эстетик әһәмиәте һәм тәьҫире барлыҡҡа килә.
Юлдаш менә Ҡыҙырас ял итергә килеп төшкән өләсәйҙәр ауылы донъяның хайран хозур ере икән: яҡында ғына – күгелйем Талҡаҫ күле, ҡаршыла ғына – Ирәндек тауы, тирә-яҡ йәшел урман менән ҡапланған.
Ә кешеләре ниндәй! Сәлмән бабай йырлай, Хәмит ағай ҡурай тарта. Юлдаштың өләсәһе Зөләйха әбей, Ибраһим, Хәсән бабайҙар– әүрәткес һүҙ оҫталары. Уларҙың һөйләгәнен тыңлап, Юлдаш тылсым донъяһына сумып, ҡайҙа баҫырға, ни эшләргә белмәйсә, албырғап ҡала. Ишеткән, тыңлаған һүҙ-хәбәр араһынан Зөләйха инәйҙең «Уртаташ утрауындағы алтын хазинаһы» әкиәте малайҙарҙы айырыуса шаҡ ҡатыра. Кистән йоҡларға ятҡас ишеткән ошо әкиәт иртәгеһен таң атҡас Юлдаш менән Ҡыҙырасты, әйтерһең дә, бөтөнләй яңы, икенсе донъяға кергән кеше шикелле итә.
Малайҙар ғәжәпкә ҡала. Зөләйха инәйҙең һөйләгәне әкиәт тиһәң – ысын кеүек, ысын тиһәң – әкиәт һымаҡ.
Дөрөҫө лә шулай. Талҡаҫ күле – бар. «Уртаташ» утрауы – бар. Былары – ысын бит. Ә бына утрауҙа алтын барлығы – әллә ысын, әллә уйҙырма. Ул алтынды, имештер, төндә генә күрергә була икән, ти. Ҡом араһынан ай нурында һары төҫтә ялтырап күренеп ята икән, ти.
Ишеткәнде, аптыратҡанды үҙ күҙҙәре менән күрергә теләп, кәмәлә йөҙөп малайҙар «Уртаташҡа» килә. Ҡояшлы аяҙ көн. Ошо утрауҙа улар төндө көтөп алырға тейеш. Теге алтын тигән хазина төндә айҙың яҡты нурында ғына ялтырап күренсәк бит... Оҙон көн башлана. Тәүҙә балыҡ ҡармаҡлайҙар. Асыҡҡас, балыҡ таҙартып усаҡта көйҙөрөп ашайҙар. Бер саҡ күк болотлай, ел йүгереп үтә. Ямғыр күҙе төшә. Күл өҫтөндә тулҡындар күренә. Ҡыҙырас, ҡото осоп, ҡайтырға ашҡына башлай. Әйҙә, тиҙерәк бул, ҡайтайыҡ, тип, өтәләнеп, кәмәгә һикерә. Улар ҡаршы яҡ ярға ҡарашып кәмәне ишә. Ел шәбәйгәндән-шәбәйә, аҡ башлы тулҡындар кәмәне бәүелтеп уйната. Күл өҫтөндә ғәрәсәт башлана. Юлдаш, кәмәне тулҡынға ҡаршы тоторға тырышып, бөтә көсөнә ишә. Ҡыҙырас иһә, курткаһы менән бөркәнеп, кәмәнең башына барып бөршәйеп ята. Кәмә, етенсе тулҡын бәреп ныҡ сайҡалған саҡта, ул һыуға тәгәрәп төшә. Тулҡындар менән көрәшеп, Юлдаш тырышып-тырмашып кәмәгә күтәрелә. Һуңынан Ҡыҙырасты эҙләп табып кәмәгә ала. Булған был хәлде Юлдаш менән Ҡыҙырас бер кемгә лә һөйләмәй. Икеһе лә эстән үҙ алдына уйлана. Ҡыҙырастың Юлдашҡа асыуы килә: «Ерле юҡты уйлап сығарып, «Уртаташҡа» ҡыҙыҡлы сәйәхәт ойоштороп, мажара яһатты»,– ти. Үҙенең шулай ҡурҡаҡ йән булып сығыуына, ғәрәсәт ҡупҡас, тиҙ үк ҡаушап төшөүенә, ышанысһыҙ кеше хәленә ҡалыуына үртәнә. Хәҙер Юлдаш бик маһайыр, уға түбәнһетеп ҡарар, бөтөнләй өндәшмәҫ инде тип уйлай.
Ә Юлдаш үҙенсә ҡайғыра: өләсәһенә, күрше-тирәләге ағай-бабайҙарға кәңәш итмәйенсә, башбаштаҡланып сәйер сәйәхәт ойоштороп йөрөүе өсөн, үҙҙәрен үлемесле һәләкәткә юлыҡтыра яҙғаны өсөн көйөнә.
Повестың башында уҡ киңәйтеп тасуирланған ошо ваҡиға әҫәрҙең шәп идея-тематик йөкмәткеһен төҫмөрләтә. Нимә яҡшы, нимә насар? Юлдаш менән Ҡыҙырастың Талҡаҫ ваҡиғаһындағы холоҡ-ҡылығы уҡыусыла үҙенән-үҙе ошо һорауҙы тыуҙыра. Юлдаш – яҡшы малай, ышаныслы дуҫ, ә Ҡыҙырас – насар малай, ышанысһыҙ юлдаш. Бына ошо фекер артабанғы бүлектәрҙә яңынан-яңы ваҡиғалар ағышында үҫтерелә, киңәйтелә бара.
Малайҙар икеһе лә үҙ юлын үҙенсә дауам итә. Юлдаш яҡшынан яҡшыға табан атлай. Ҡыҙырас үҙ холҡон ҡыуа, насарҙан насарға, киреләнгәндән-киреләнә бара. Хатта ул класташтарынан бер үҙе пионерға алынмай йөрөй. Шулай ҙа уны малайҙар, ҡыҙҙар бөтөнләй ташлап ҡуймай. Ҡыҙырастың күңеленә иң кәрәкле асҡыс-һүҙҙе уҡытыусыһы Ғәбит ағай таба: «Тырышһаң, һин бөтә нәмәне булдыра алаһың, – тип баҫалҡы ғына мөрәжәғәт итә ул. – Мин ышанам һиңә, Ҡыҙырас… Һин үҙгәрерһең… » - ти.
Уҡытыусыһының бөтөнләй көтөлмәгәнсә һүҙен ишеткәс, башынан йомшаҡ ҡына һыйпауын татығас, Ҡыҙырас сикһеҙ һөйөнөс кисерә, кирелеген бөтөрөп, яҡшы Ҡыҙырас булырға тырышыу юлына баҫа. Үҫмер кешене, һәм ғөмүмән кешене, дөрөҫ юлға баҫтырыу, рухландырыу өсөн, тимәк, уны тәнҡит итеү генә түгел, хуплау, кәңәш биреү һүҙҙәре лә бик кәрәк икән. Балалар һәм үҫмерҙәр психологияһын бик яҡшы белә яҙыусы. Был тәбиғи ҙә: Зәйнәб инәй тормош иптәше Ғәзиз ағай менән әсә-ата булараҡ өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Тельман, Юлай, Дарвин аҡыллы, тырыш, эшһөйәр егеттәр булып үҫкән. Юғары уҡыу йорттарында белем алып, ғаилә абруйын, Биишевтар юғарылығын һаҡлап һәм үҫтереп йәшәүсе шәхестәр булып танылған.
***

Эпилогта мәктәп директоры Сәлимов ағай әле генә аттестат алған уҡыусыларға былай тип мөрәжәғәт итә:
– Уҡы, тырыш, эшлә! Фәндә, хеҙмәттә яңы юғарылыҡтарға иреш. Бығаса күрелмәгән, һыналмаған яңы бейеклектәрҙе ас! Үҙ заманыңа торош итерлек кеше бул. Иң мөһиме – һәр ерҙә, һәр ҡасан, ниндәй шарттарҙа ла кеше булып, ысын кеше булып ҡал.
Был һүҙҙәрҙә яҙыусының әҫәре аша уҡыусының аҡылына һәм күңеленә еткерергә теләгән иң мөҡәддәс маҡсатлы әйтеп бирелгән: тыуған илеңә, туған халҡыңа, заманыңа торошло кеше булып йәшәү. Мәшһүр яҙыусы Зәйнәб Биишеваның йөрәк һәм аҡыл көсө, илһамлы ҡәләме менән йән өрөлгән «Дуҫ булайыҡ» повесы – бәхетле һәм оҙон ғүмерле әҫәр. Илленсе йылдар башында ижад ителеп, тәүге тапҡыр донъя күргән был повесты инде нисәмә-нисә быуын балалар һәм үҫмерҙәр уҡып кинәнес кисергән, аҡыл байытҡан.
Хәҙер бына егерме беренсе быуат уҡыусыһы ҡулына ала был һоҡланғыс бай йөкмәткеле, уҡымлы китапты.
Зәйнәб Биишеваның сағыу әҙәбиәт баҡсаһына рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
Тимерғәле Килмөхәмәтов,
яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор,
М. Өмөтбаев, З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты.









05.12.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика