«Китап»та Ғәли Ғатауллиндың «Һағышлы шатлыҡ» исемле электрон китабы донъя күрҙе

     Китапты шартлы рәүештә өс өлөшкә бүлергә мөмкин. Тәүгеһе – «Ишмөхәммәт хажи ҡиссаһы», икенсеһе – хикәйәләр, өсөнсөһө – әйтемдәр. Тәүгеһендә Иҙел – Урал төбәгендә генә түгел, Ислам донъяһында танылыу алған дин белгесе, мөҙәрис, мөғәллим Ишмөхәммәт Заитовтың тормошо, мәғрифәтселек эшмәкәрлеге тасуир ителә. Хикәйәләрҙә бөгөнгө көн проблемалары тормоштоң төрлө хәл-ваҡиғалары, ҡаршылыҡтар аша тасуирланһа, юморескаларҙа көлкөлө, фәһемле ситуациялар аша автор замандаштарыбыҙҙың эске донъяһын асырға ынтыла.

     Китапҡа баш һүҙҙе прозаик Әмир Әминев яҙа. Әҙиптең юмористик хикәйәләре хаҡында бына ни ти ул: «Ғәли Ғатауллиндың юморы, нигеҙҙә, социаль, тормош-көнкүреш юморескалары. Ауылдағы көлкөлө хәл-ваҡиғалар, кешеләрҙең төрлө ситуацияларға осрап мәрәкә йәки мәсхәрәгә ҡалыуҙары, кешеләрҙең ниндәйҙер кәмселектәренән йәки үтә лә бер ҡатлылығынан еңелсә көлөү, ике күршенең бер-береһе менән мөнәсәбәте – юморескаларҙың төп темалары. Көлкөгә урын ҡалмаған бөгөнгө заманда көлкөлө ваҡиғалар табып уҡыусыны йылмайтырға тырышыу шулай уҡ еңел түгел. Табыуын табып та, күреүен күреп тә булалыр, тик уның фәтеүәһен сығара белергә лә кәрәк бит әле. Яҙыусы уларҙан фекер сығара белә».

                           ***

      Етди хикәйәләрҙән һәм юморескаларҙан башҡа йыйынтыҡта Иҙел – Урал төбәгендә генә түгел, Ислам донъяһында танылыу алған тәрән белемле дин белгесе, мөҙәрис, мөғәллим Ишмөхәммәт Заитов тураһында «Тарих төпкөлөндә ҡалған эҙ» тип аталған ҡисса ла бар. 

      Хөрмәтле китап уҡыусым! Ишмөхәммәт Заитов хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт белергә, шулай уҡ авторҙың башҡа әҫәрҙәре менән яҡындан танышырға теләһәң, беҙгә кил, китап ал, рухиәтеңде байыт, беҙҙең турала дуҫ-иштәреңә һөйлә! 

      Компакт дискыны нәшриәттең фирма магазинынан да, интернет - магазинынан да һатып алырға була. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2. Интернеттағы адресыбыҙ: http://www.kitap-ufa.ru

                          ***

     Ғәли Ғатауллин — башҡорт сатирик прозаһы өлкәһендә ижад итеүсе яҙыусы. Уның юморесса, хикәйә һәм повестары «Әйтәм сер итеп кенә», «Әсәйемдең өс йыры», «Мин әйтәйем һеҙгә» һ.б. исемле китаптарында донъя күрҙе. Яҙыусы һуңғы йылдарҙа тыуған яҡ тарихына бәйле тарихи-популяр характерҙағы китаптар яҙыу менән шөғөлләнә. Уның «Бар бер ауыл», «Беҙ үҙебеҙ Тауларҙан» һәм «Туғандарҙың табылған сағы» китаптары шундай йүнлештә.


13.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика