«Китап»та Рәмзәнә Абуталипованың кескәйҙәр өсөн «Бесәй быйма эсендә» исемле яңы китабы

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Фәндәр Академияһының Стәрлетамаҡ филиалы ағзаһы, педагогия фәндәре докторы, Яҙыусылар союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы, шағирә Рәмзәнә Абуталипованың нәшриәттә күптән түгел донъя күргән өр-яңы китабы «Бесәй быйма эсендә» тип атала. Иң кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән йыйынтыҡҡа яҙыусының ике телдәге шиғырҙары урын алған. Әҙибә кескәй уҡыусыһын йәнлектәр һәм бөжәктәр иленә сәйәхәткә саҡыра, бәләкәстәрҙең һорауҙарына яуап табырға тырыша. Күпселек шиғырҙары диалог формаһына ҡоролоп яҙылған:
-   Нур, ниңә мендең имәнгә?!
-    Алма ашағым килгәнгә!
-    Төш, алма үҫмәй унда!
-    Ул бит бында, ҡулымда! («Алма ҡулымда»).
Йыйынтыҡҡа шиғырҙарҙың ике телдә бирелеүе бик отошло: ул баланың иҫендә тиҙ ҡалыуға, ике телде сағыштырып өйрәнеүгә булыщлыҡ итә. Любовь Әфләтунова менән Константин Вуколов тәржемәлегендәге шиғырҙар рус телле аудитория өсөн дә бик уңайлы:
Итек кейәм, пальто кейәм,
Төймәләремде эләм.
Әсәйемә эш кәмене –
Үҙем кейенә беләм!. («Кейенә беләм»);
Как гулять иду, сапожки
Обуваю сам на ножки,
Надеваю я пальтишко.
Удивляется братишка.
Меньше мамочке забот.
Мне пошел четвертый год. («Сам умею одеваться»).

Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, сифатлы аҡ ҡағыҙға баҫылған китапты нәшриәттең фирма магазинынан (октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан (http://www.kitap-ufa.ru) һатып алырға була. Белешмә өсөн телефон: 246-09-55.

***
Китап БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.
09.07.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика