"Китап"та- йәштәр тауышы

  Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына башҡорт һәм рус телдәрендә тағы бер рубрика иғлан итәбеҙ  -  #Йәштәр_тауышы - Голоса_молодых. Шөкөр, уларҙың ижадтары республика баҫмаларында, әҙәбиәттә һәм интернетта әленән-әле донъя күрә, һәр береһе үҙ уҡыусыларын таба килә.
  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә йәш талант эйәләренең ижады даими донъя күрә, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҙҙәренең шиғыр һәм сәсмә әҫәрҙәре менән ҡыуандыра ла,уйҙарға ла һала беләләр.
  Рубриканы киң мәғлүмәт сараларында хеҙмәт итеүсе ижадсыларҙың китаптары менән таныштырыуҙан башларға булдыҡ. Һүҙ - йәш һәм таланлы журналистарға.
  Айгөл Йәмилева. Ҡапма-ҡаршылыҡтар.
  Йәш шағирәнең тәүге йыйынтығына дуҫлыҡ,ысын мөхәббәт,яҡты өмөт, йәшлек хистәренең кисерештәрен сағылдырған шиғырҙары тупланды.
  Шәүрә Туйсина. Күңел баҡсам.
  Шәүрә Туйсинаның "Күңел баҡсам" исемле тәүге китабында авторҙың сағыу биҙәкле шиғри донъяһы сағыла.
  Айбулат Сәсәнбаев. Күләүектәге болоттар
  Был йыйынтыҡта авторҙың мәктәп йылдарынан бөгөнгәсә ижад ителгән шиғырҙары тупланды.  Айбулаттың шиғриәтендә тәбиғәт һәм кеше мөнәсәбәте темаһы өҫтөнлөк ала.  Ҡулығыҙҙағы китапта күңелегеҙгә яраҡлы юлдар таба алырһығыҙ тип ышанабыҙ.
  Таңсулпан Рәсүл (Баймырҙина).  Атай, һине күрҙем.
  Йөрәк түрендә йөрөткән рухи ҡиммәттәр менән һуғарылған кешелек, йәмғиәт, миллилек, тарих һәм оло донъя хаҡындағы шиғырҙары тупланған был китабы авторҙың атаһы рухына бағышлана.
  Был китаптарҙы беҙҙең магазиндарҙан һатып алырға мөмкин.  Рәхим итегеҙ!
02.07.2020

Возврат к списку