«Китап»та яңы шиғри йыйынтыҡ: «Һөйөү бер ни талап итмәй» (Зөфәр Вәлит)

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте әҙәбиәт уҡыусыларын, бигерәк тә, шиғриәткә ғашиҡ дуҫтарын һөйөндөрөргә ашыға. Нәшриәттең «ҡыҙыу мейесенән» танылған шағир, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты Зөфәр Вәлиттең «Һөйөү бер ни талап итмәй» исемле өр-яңы китабы сыҡты. Йыйынтыҡҡа шағирҙың һуңғы йылдарҙа ижад ителгән йөрәк һүҙҙәре – шиғри шәлкемдәре тупланған. Әҙиптең ниндәй генә шиғырын уҡыма, һәр береһендә фәлсәфәүи фекерле, оло мәғәнәле йөкмәтке ята. Донъя, йәшәйеш, мөхәббәт, тормош, шәхестең йәмғиәттәге урыны, тыуған тәбиғәттең хозурлығы хаҡында уйлана ул, замандаштарын тарихыбыҙға тоғро ҡалырға, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл булырға саҡыра, кешеләрҙе изгелеккә һәм мәрхәмәтлеккә өндәй. Ниндәй генә темаға яҙылмаһын, шағирҙың һәр яҙылған әҫәре моңло шишмәне хәтерләтә.
Авторҙың лирик геройы уҡыусы алдына романтик рухлы, матурлыҡҡа ынтылып, изгелеккә табынып йәшәгән, яҡты киләсәкте күҙаллай белгән образ булып һынлана. Быны беҙ «Хыялдар ҡанатланһын», «Һөйөлөп йәшәгәндә» кеүек шиғырҙарында асыҡ күрәбеҙ. Бигерәк тә, тәүгеһендә лирик пафос ярылып ята, «хыял тормошо» менән «көнкүреш тормошто» сағыштыра ул:
Һандуғастар баҡсаһында
Хыялдар ҡабатлана.
Тик баҡсанан сығыу менән.
Көнкүреш ҡабатлана...
Эх, шаулаһын әле тормош.
Миҙгелдәр ҡабатланһын.
Һандуғастар һайрап осһон,
Хыялдар ҡанатланһын!

Ҡайһы бер әҫәрҙәрендә үткән тормошто һағынып, күңеле һыҡтай шағирҙың:
Йәшәгәнбеҙ шәп заманда
(Иҫтән сыҡмай һаман да),
Рәхәт ине бушҡа уҡып.
Бушҡа дауаланғанда...
Их йәшәргә ине лә бит
Илай-һыҡтамай ғына!
Йәндең әрнеп һыҙлауҙары
Һарҡый туҡтамай ғына...«Эх, йәшәргә ине..»

Зөфәр Вәлиттең ижадында иң күҙгә ташланып, иң татлы хистәр уятҡан шиғырҙары - ул ғәзиз әсәләр хаҡында:
«Әсәй, тиеп телем асылғайны,
Әсәй, тиеп телем ябылыр», - ти автор «Әсәй»исемле шиғырында. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, был донъяға килгәс кешенең иң тәүҙә «Әсәй» тип теле асыла һәм ошо изге һүҙ ғүмере буйы оҙата килә уны .
«Тыуған ерен данламаған, тыуған ерен һанламаған, тыуған ерен маҡтамаған шағир шағир була аламы был ерҙең?», - тигән оло бер аҡыл эйәһе. Тыуған яғы – Башҡортостаныбыҙҙың йәмле Күгәрсен ерҙәре шағирҙы шағир иткән дә, шағирҙы илһамландырған да, шағирға илһам ҡанттарын да үҫтергән. «Мәңге йәшә, Күгәрсенем!» шиғырында әҙип тыуған яғына мәҙхиә йырлай, уға ҡарата оло мөхәббәтен белдерә:
Уралымдың бәғер киҫәге һин –
Ата-баба ере Күгәрсен,
Һиндә мине һағыш йылыта ла,
Ярһыуҙарым булһа, һыуыта.
Иңдәремдә ҡаурый ҡанаттарҙың
Сихри көсөн тойған саҡтарым
Иҫтән сыҡмай һис тә... Мәңге йәшә.
Күгәрсенем –тыуған яҡтарым!

Мөхәббәт, яратыу, ғашиҡ булыу, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығына һоҡланыу – авторҙың һәр шиғырында ярылып ятҡан темаларҙың береһелер, моғайын.
Тормошта нимә генә булмаһын, ул һәр саҡ һөйөлөү менән үрелеп бара, ул һәр саҡ мөхәббәттән ярала әҙиптең:
Көтмәгәндә ғашиҡ булдым,
Әрнеүҙәрем ҡастылар.
Моңсол ҡараштарың миңә
Яңы донъя астылар . «Һөйөү бер ни талап итмәй».

Романтик рухлы, тормошҡа ғашиҡ, күңелендә һәр саҡ мәрхәмәтле һәм изгелекле шағир Зөфәр Вәлиттең һәр әҫәре көйгә һалыуҙы һорай, әҫәрҙәренең һәр юлы моңло күренә. Үрҙә билдәләп үтеүебеҙсә, күп кенә композиторҙар уның һүҙҙәренә көй яҙған.
Әҙиптең шиғри шәлкемдәре республиканың гәзит һәм журналдарында, шулай уҡ руссаға тәржемә ителеп, «Бельские просторы» журналында ла даими донъя күреп килә.
Ғөмүмән, етмешенсе ҡышын, етмешенсе яҙын ҡаршы алған, уҡыусылары араһында киң танылыу яулаған Зөфәр Вәлиттең ижад донъяһы киң дә, сағыу ҙа, төрлө төҫтәргә бай ҙа.

Китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙға тәҡдим ителгән яңы китап тиҙҙән нәшриәттең магазин кәштәләренә һатыуға сығарыла.

Адресыбыҙ һәм телефоныбыҙ: Октябрь проспекты, 2;
8 (347)246-09-55.

Йыйынтыҡ Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт ярҙамы менән баҫтырылды.




28.03.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика