«Китап»та яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүровтың «Йөрәктәге яҙмалар» исемле яңы китабы донъя күрҙе

Күренекле шағир, прозаик, публицист һәм ғалим-энциклопедист, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр «Йөрәктәге яҙмалар» исемле өр-яңы китабында үҙе, үҙенең дәүере – ике быуат хаҡында,  ижтимағи һәм сәйәси ваҡиғалар тураһында бәйән итә, халҡыбыҙ һәм республикабыҙ яҙмышы өсөн хәҙер ҙә әһәмиәтле проблемаларҙы күтәрә. Хәтирәләр иң элек «Ағиҙел» журналында донъя күрҙе, уҡыусылар һәм йәмәғәтселек араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. «Йөрәктәге яҙмалар» өсөн авторға 2017 йылдың декабрендә журналдың йыллыҡ премияһы тапшырылды.
Йыйынтыҡ бөтәһе биш бүлектән ғибәрәт. Тәүге бүлектә  («Күҙ алдында, күңел түрендә») автор уҡыусыны бала сағы, үҫмер йылдары менән таныштырһа, икенсеһендә иһә («Ырыуыбыҙ –меркет, ҡошо - бөркөт») тыуған ауылы Сумар хаҡында, ошо ауылдың аҡһаҡалдары тураһында яҙа, ауылдаштарын һағынып иҫкә ала, хәтирәләргә бирелә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауылда бөгөнгө көндә ни бары 6-7 йорт ҡына ҡалған. Ауылдарҙың бөтөүенә зарлана, һыҡрана әҙип һәм былай ти: «Эй был күптәребеҙҙең йөрәк яраһына әйләнгән бәләкәй ауылдар… Унарлаған ғына түгел, йөҙәрләгән, ә Рәсәй киңлектәрендә йөҙәр меңләгән бит улар. Ниндәй яҙмыш көтә һеҙҙе?». Артабанғы өсөнсө бүлек «Юлдарым урау-урау» тип атала. Бында яҙыусы-ғалим оло тормош юлына аяҡ баҫҡанын, Өфөгә килгән йылдарын, күренекле шәхестәр менән танышыуын һөйләй. «Ғилем һәм ижад үрҙәре» тигән бүлегендә  фәнгә килеү юлдарын тасуир итә. Һуңғы «Ҡиблалар алмашынған дәүерҙә» исемлеһендә  илдә барған социаль-иҡтисади хәлдәр хаҡында уйлана, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлай.
Яңы баҫманы тиҙҙән нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан (http://www.kitap-ufa.ru) һатып алырға була. Белешмә өсөн телефон: 246-09-55.

26.10.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика