«Китап»та Заһир Ҡотошовтың «Яугир тәҡдире» исемле электрон китабы донъя күрҙе

Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле китап һөйөүселәр!

      Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте 9 май – Еңеү байрамы алдынан үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға бүләккә яңы электрон китап әҙерләне. Заһир Ҡотошовтоң «Яугир тәҡдире» тип аталған яңы баҫмаһы йәш быуынды ватансылыҡ рухында, атайҙар өлгөһөндә тәрбиләнергә өндәй, үҙ эшеңә яуаплы ҡарарға, алдыңа ҡуйған маҡсаттарға ынтылырға саҡыра!

    «Яугир тәҡдире» документаль повесы бөтә яҡтан тәрән өйрәнелеп яҙылған әҫәр. Автор үҙенең геройын тыуған көнөнән алып, дөрләп янған һуғыш ғәрәсәтенә тиклемге ғүмер юлын уҡыусыһына юғары художество теле аша һөйләп бирә. Уның ата-әсәһе, ата-бабалары ла элекке документтар аша өйрәнелеп, ырыуҙың шәжәрәһе лә, уның уҡыу йылдары мәлендәге уңыштары, армия сафына алынғас, һуғыш осорондағы тәүге ауырлыҡтарҙы еңә барып, офицер булып китеүе, фронт шарттарында йәш яғынан үҙенән оло һалдаттар менән аралаша белеүе, улар менән мөнәсәбәте һәйбәт яҡтыртыла.

    Электрон дискыны һеҙ нәшриәттең фирма магазинынан да, шулай уҡ сайт аша ла яҙҙырып ала алаһығыҙ! Магазин адресы: Октябрь проспекты, 2; сайтыбыҙ: www.kitap-ufa.ru; телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55; электрон почтабыҙ: kitapmarket@mail.ru

   Хаҡы - 35 һум!

29.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика