«Китап»тар бөгөн Стәрлетамаҡ, Ишембайҙар ерендә булды

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең һатыу-күргәҙмәһе бөгөн бер юлы ике ҡала халҡын үҙ продукциялары - яңы китаптары менән һөйөндөрөп өлгәрҙө. Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларында уҙғарылған китап йәрминкәһенә күпләп ағылды халыҡ. Сауҙа-күргәҙмәһе иртән Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында ойошторолһа, төштән һуң ул Ишембай ҡалаһының район мәҙәниәт һарайына юл тотто. Стәрлетамаҡта «Йәштәр. Прогресс. Фән» фестивале сиктәрендә үткән күргәҙмәлә студенттарҙы һәм вуз уҡытыусыларын, ғөмүмән, ҡала халҡын, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, һүҙлектәр, фәнни-популяр, балалар әҙәбиәте ҡыҙыҡһындырһа, ишембайҙар күберәк художестволы әҙәбиәткә, мосолман календарҙарына иғтибар итте. Әйткәндәй, Ишембай ҡалаһындағы сауҙа күргәҙмәһе Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған тантанаға тура килеүе икеләтә шатлыҡлы булды. Сараға килеүселәр Башҡортостандың 100 йыллығына арналған яңы баҫмаларҙы һатып алып та, байрам концерты ҡарап та шатланды.
Шуныһы ҡыуаныслы: Стәрлетамаҡта үткән күргәҙмәлә лә, Ишембайҙағы сарала ла китап уҡыусы, беҙҙе һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтөп алыусы дуҫтарыбыҙ ҙур әүҙемлек күрһәтте. Йәрминкәнең уҙасағын белә һалғас та, улар халыҡҡа мәғлүмәт таратыуҙа ҙур өлөшөн индерҙе. Бигерәк тә үҙенең моңло шиғриәте менән уҡыусы күңелен арбаған ошо төбәк шағирәһе, «Ысыҡ һутындағы ҡисса» китабының авторы Рәшиҙә Шәмсетдиноваға рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ! Сауҙаны ойошторорға мөмкинлек биргәндәре өсөн ике ҡала хакимиәтенә лә нәшриәт етәкселеге шулай уҡ оло хөрмәтен һәм ихтирамын еткерә!
Башҡортостандың һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы «100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә үткәрелгән артабанғы китап һатыу сауҙа-күргәҙмәбеҙ иртәгә Салауат ҡалаһында ойоштороласаҡ!
Эшһөйәр, дәртле, моңло, рухлы Салауаттар! Иртәгә, йәғни 2019 йылдың 29 мартында, беҙ һеҙҙе ҡаланың "Ағиҙел" мәҙәни-ял үҙәгендә көтәбеҙ! Күңел донъяғыҙҙы, рухи байлығығыҙҙы киңәйтергә, үҫтерергә теләһәгеҙ, күргәҙмәгә килегеҙ, беҙҙең менән булығыҙ! Шуны онотмағыҙ: китап менән дуҫ булған – ғилем асҡысы тапҡан, китап менән дуҫ булған – тоғро дуҫын ишәйткән!
28.03.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика