“Китап”тар беҙҙә ҡунаҡта

“Китап”тар беҙҙә ҡунаҡта

    Үҙенең үлемһеҙ әҫәрҙәре менән районыбыҙ данын арттырған, Күгәрсенде бар донъяға танытҡан һәм, әлбиттә, үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡойған Зәйнәб апай Биишеваның исеме беҙгә йылдар үткән һайын ҡәҙерлерәк була бара. Уны күреү бәхетенә ирешкән оло быуын уның хаҡындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлаһа, йәш быуын, беҙҙең һымаҡ уҡ, уның әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡый, өйрәнә. З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең “Мораҙым” гәзите менән берлектә уҙғарған “Мин рухымдың аҫыл хазинаһын, Илем, һиңә биреп ҡалдырҙым” тип аталған викторинала ҡатнашыусыларҙың күплеге лә шуны раҫланы.

    Әҙибәнең ижадына арналған викторина еңеүселәрен бүләкләргә “Китап” нәшриәте коллектив менән килде. Тантаналы сара Балалар ижады үҙәге алдында урынлашҡан З.Биишева һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Әйткәндәй, Өфө ҡунаҡтары ла, улар менән бергә килергә ваҡыт тапҡан әҙибәнең улы – Тельман Әминов та был һәйкәлде тәүгә күрҙе.

    Кисәнең төп өлөшө халыҡ яҙыусыһының кендек ҡаны тамған һәм уның йорт-музейы урынлашҡан Туйөмбәт ауылында үтте. Ҡунаҡтарҙың күбеһе быға тиклем музей менән таныш булған булһалар ҙа, уның шәхси әйберҙәрен, ҡулъяҙмаларын, китаптарын оло бер ҡыҙыҡһыныу менән йәнә бер күҙҙән үткәрҙеләр, экспонаттар фонында иҫтәлеккә фотоға төштөләр, урындағы китапхана эше менән дә таныштылар.

    Билдәле булыуынса, 1919 йылдан бирле эшләп килгән һәм әлеге мәлдә республикала сыҡҡан барлыҡ китаптарҙың 70-75 процентын нәшер иткән, Рәсәйҙә иң ҙур нәшриәттәрҙең береһе булған “Китап” нәшриәте 2007 йылдың декабренән алып З.Биишева исемен йөрөтә. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина нәшриәттең 2019 йылда билдәләнәсәк йөҙ йыллыҡ юбилейын телгә алды һәм З.Биишева исемен йөрөтөүгә ун йыл тулыуы айҡанлы нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтовҡа, алыҫ араларҙы йыраҡ тип тормай килеп еткән Тельман Ғәзиз улына “Күгәрсен районы”китабын бүләк итте.

    Нәшриәт директоры әйтеүенсә, юбилей сараларының нәҡ Күгәрсен ерендә башланыуы һис тә осраҡлы түгел: халыҡ яҙыусыһы ҡасандыр үҙенең исемен йөрөтәсәк нәшриәттә эшләп киткән һәм уның үҫешенә тос өлөш индергән.

    - “Китап” нәшриәтенең З.Биишева исемен йөрөтөүе беҙҙең өсөн оло мәртәбә, ҙур ғорурлыҡ. Беҙ – уның китаптарын уҡып, уның ижады йоғонтоһонда тәрбиәләнгән быуын, шуныһы ҡыуаныслы – әлеге йәш быуын да шул тәрбиәне алып үҫә.

    Бөгөнгө көндә 200-ләп кешене туплаған коллектив нәфис әҙәбиәт, балалар өсөн китаптар, дәреслектәр, айырым төр баҫмалар һ.б. сығарыу менән мәшғүл.

    Китап – ул коллектив хеҙмәт емеше. Беҙҙә донъя күргән баҫмаларға авторҙан тыш, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ҙә күҙ нурын, күңел йылыһын түгә. Типография буяғының еҫе аңҡып торған, әле генә “мейестән сыҡҡан” баҫма үҙ уҡыусыһын таба икән – беҙ быға бик шат.

    Йылына ике йөҙләп китап баҫтырабыҙ. Әлегә 400-ләп ҡулъяҙма үҙ мөҙҙәте еткәнен көтә. Ни өсөн сират ҙур икәнлеге аңлашылалыр: китаптар дәүләт иҫәбенә бушлай нәшер ителә, авторға гонорар түләнә, уҡыусыларға ла беҙ алып барып еткерәбеҙ.

    Беҙҙә донъя күргән китаптарҙың бер ни тиклем өлөшө өс телдә – башҡортса, русса, татарса, ҡайһы берҙәре инглиз телендә лә сығарыла. Айырыуса балаларға тәғәйенләнгәндәрен ике-өс телдә баҫтырырға тырышабыҙ. Әҙибәбеҙ исемен мәңгелләштереүгә өлөш индереүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата китаптар серияһы баҫтырырбыҙ тип ниәтләйбеҙ. Быйыл Ҡәҙим Аралбай менән Тельман Әминов ярҙамында яҙыусының йәшлек йылдарына арналған “Иҫтәлектәр” китабы донъя күрәсәк, – тине музейға һәм китапханаға байтаҡ китап бүләк иткән Илһам Миңлеғәли улы.

    Мәскәү ҡунағы - химия фәндәре докторы, профессор, Тәбиғәт белемдәре Рәсәй Академияһының ағза-корреспонденты Тельман Әминовтың “Тыуған яҡҡа ҡайтыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ!” тигән һүҙҙәре күптәрҙең күңелендә оло тулҡынланыу уятты. Әҙибәнең үҙендәй күреп, яратып ҡабул итте уны туйөмбәттәр, әсәһе хаҡындағы һәр һүҙен күңелдәренә яҡын алып тыңланылар.

    - Һуңғы 4-5 йыл ҡайтҡаным булмаһа ла, бынан кире юлым был яҡҡа йышыраҡ төшөр, моғайын. Яҡшы сәбәптәр ҙә бар: августа Юлай ағайымдың олпат юбилейы, әсәйемдең 110 йыллығы айҡанлы ла атҡарып ҡуйыр эштәр байтаҡ. Әсәйемдең хаттары ята, беренселәре ғәрәпсә булһа, унан һуңғылары латинса, аҙаҡылары кириллица менән яҙылған. Йәш саҡтағы фотоһүрәттәре лә уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡ булыр, моғайын. Архивын теүәлләп ҡуяһы бар, - тине Тельман Ғәзиз улы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы Өфөгә – З.Биишеваның музей-квартираһын ҡарарға саҡырҙы.

    Олуғ ҡунаҡ алып килгән бер сумаҙан тулы бүләктәрҙе - иҫтәлекле фотоһүрәттәр, документтар, китаптарҙы музей директоры Зәбирә Кәримова ҡабул итеп алды.

    Биишевтар нәҫеленең сағыу вәкиле – Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Ләлә апай Бейешеваның сығышы телде, милләтте, ауылдарҙы һаҡлауға ҡағылды. Ауылда мәсет төҙөүҙе йәһәтләргә, мәктәпте кире ҡайтарыу өсөн көс һалырға, милли баҫмаларға, шул иҫәптән район гәзиттәренә яҙылырға саҡырҙы ул туйөмбәттәрҙе.

    “Китап” нәшриәте хеҙмәткәре, шағирә Әлфиә Әсәҙуллина Зәйнәб Абдулла ҡыҙын яҙыусылар араһындағы иң сағыу йондоҙға тиңләне, ауылдарҙың бөгөнгө әсе яҙмышына ҡағылышлы шиғырҙарын уҡып, тамашасыларҙы уйға һалды. Суд системаһы ветераны Мәрүәт Айбасов шулай уҡ билдәле яҡташы хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ауылдың бөгөнгөһө хаҡында уйҙары менән бүлеште. Кемгә нимә, беҙгә иһә уның “Беҙ үҫкәндә һәр саҡ өҫтәлдә гәзит-журналдар тулып ятты, эштән арып ҡайтҡан атай-әсәйҙәребеҙ һәр ваҡыт ваҡытлы баҫма менән танышырға ваҡыт тапты. Бөгөн мин “Мораҙым”ды ла, “Кугарчинские вести”ны ла алдырам һәм һәр өтөр- нөктәһенә тиклем уҡып сығам. Арып китһәм, ҡырын ятып булһа ла уҡыйым” тигән һүҙҙәре бигерәк тә ныҡ оҡшаны.

    Сараның төп ҡунаҡтары – викторина еңеүселәре түбәндәгеләр ине: Гүзәл Сафина (Мәҡсүт мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы), Флүзә һәм Зәлиә Хәйбуллиналар (Күгәрсен ауылы), Әлисә Маннанова (Күгәрсен мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы), Римма Кәримова (Туйөмбәт), Физәлиә Нурмөхәмәтова (Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Галина Голушко (Воскресенка мәктәбе уҡыусыһы). Улар “Китап”нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар алып ҡыуанды.

    Район мәҙәниәт һарайы артистары Нәғим Нуриманов, Ришат Бәҙретдинов, Мәҙинә Рәхмәтуллина, Шәирә Әлимғужина, Тәлғәт Ишемғолов, Рәсих Садиҡов, Ленар Сәйфетдинов, һәүәҫкәр йырсы Земфира Собханғолова, Рим Әбүбәкировтар әҙибәнең һүҙҙәренә яҙылған йыр-моңдарҙы башҡарып, кисәнең йәмен арттырҙы.

                                                                    Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА, Күгәрсен районының “Мораҙым”гәзите хәбәрсеһе




03.07.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика