«Китап» тар – еңеүсе!

«Китап» тар – еңеүсе!

    Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре төп бурыстары – китап өҫтөндә эшләү менән бергә, ижтимағи тормошта ла ҡатнашырға өлгөрә.

    9 апрель көнө нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, атап әйткәндә, балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Әсәҙуллина, шул уҡ бүлектең мөхәррире Римма Зәйтүнова һәм нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөхәррире Әлфиә Теләмова Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Алтын тирмә» уйынында ҡатнаштылар. Тапшырыуҙа уларға М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Шәһит һәм Алтынай Хамматовтар, Гөлфиә Хамматова менән уйнау форсаты тейҙе. Ҡыҙыу уйында беҙҙең нәшриәт хеҙмәткәрҙәре еңеп сыҡты.

    Әлфиә Әсәҙуллина сара тураһындағы тәьҫораттары менән бүлеште:

 – Даими авторыбыҙ күренекле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаға 75 йәш тулыу уңайынан Илдар Ғәбитов тырышлығы менән ойошторолған яңы һулыш өрөлгән уйында ҡатнашыу беҙгә бик оҡшаны. Әҙерләнгәндә Әсхәл ағайҙың ижадына өр-яңы күҙлектән бағып, үҙем өсөн уны яңынан астым. Бер нисә китабының мөхәррире булыу бәхете лә тейҙе миңә. Бик грамоталы, талапсан автор булараҡ иҫтә ҡалды ул. 2015 йылда Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһын да беҙҙең редакцияла 2008 йылда ике телдә донъя күргән «Ямғыр тамсыһы» китабы өсөн алды.

    Уйындың видеояҙмаһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайтында (http://tv-rb.ru/) табырға мөмкин.

24.04.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика