«Китап»тың һатыу-күргәҙмәһе тиҙҙән һабантуйҙарға юллана!

    Тиҙҙән халыҡтың иң яратҡан байрамдарының береһе - һабантуйҙар башлана.

    Хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү һәм яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауға арналған тантаналы сараларҙан «Китап» нәшриәте лә ситтә алғаны булманы. Ул йыл һайын тантаға йәм өҫтәп хеҙмәт алдынғылары – китап уҡыусыларын үҙ продукциялары менән һөйөндөрә торҙо. Быйыл да нәшриәт район һәм ҡалаларҙа уҙасаҡ һабантуй байрамдарында ҡатнашырға ниәтләй.

    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте 1 июнь - Бөрйән, 8 июнь – Учалы райондарында уҙғарыласаҡ һабантуйҙарға барырға әҙерләнә. Күңелле тантаналарҙа ул әҙәбиәт һөйөүселәренә үҙ баҫмаларын тәҡдим итәсәк. Балалар, ололар өсөн нәфис әҙәбиәт, әкиәттәр, тарихи баҫмалар, йырҙар йыйынтығы һәм башҡа күп төрлө сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптарыбыҙ һәр кемдең күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле милләттәштәребеҙ! 

                       ***

     Билдәләнеп үтелгән райондарҙан тыш китап һатыу күргәҙмәһен республикабыҙҙың тағы ла башҡа район һәм ҡала һабантуйҙарына барып ойошторорға уйлайбыҙ. 

     Ҡәҙерле уҡыусым! Беҙҙең менән бергә булып, беҙҙең яңылыҡтарҙы күҙәтеп бар, шылтырат, хат яҙ!


27.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика