Китап һөйөүселәргә башҡорт сәсәне Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың шиғырҙар йыйынтығын тәҡдим итәбеҙ.

1858 йылдың 19 мартында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Тамъян-Түңгәүер олоҫо Әбделғәзе ауылында тыуған  Шафиҡ Әмин улы Әминевтең исеме республика кимәлендә бары XX быуаттың икенсе яртыһында ғына мәғлүм булды. Әммә Башҡортостандың көньяғында, айырыуса тыуған төйәге Әбйәлилдә, уның шиғыр, бәйет, нәсихәттәре телдән дә, күсеректәр рәүешендә лә күптән билдәле ине. Киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйен был йыйынтыҡ сәсәндең быға тиклем ташҡа баҫылған һәм халыҡ араһынан яҙып алынған байтаҡ бүтән әҫәрҙәренән төҙөлдө.
Төҙөүселәре: Әхмәт Сөләймәнов һәм Самат Фәйзуллин.
12.07.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика