Китаптар донъяһына сәйәхәт

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте ата-әсәйҙәр һәм кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн  түбәндәге баҫмаларҙы тәҡдим итә. Ял минуттарында ғаилә менән әҙәби китаптар уҡыу, фекер алышыу ололар менән балалар араларын яҡынайтып ҡына ҡалмай, тән һәм йәнгә ял алыу мөмкинлеген бирә, зиһенде үҫтерә.

  Тәскирә Даянова. “Ағинәй юлы”

  Авторҙың халыҡсан бай тел менән яҙылған һәр әҫәре уҡымлы. Изгелек менән яуызлыҡ, эскерһеҙлек менән мәкер, заман проблемаһы – әхлаҡһыҙлыҡ  кеүек мәңгелек темаларҙы әҙибә тормошсан образдар аша  бөтә нескәлектәрендә һүрәтләй, уҡыусыны уйландырырға,  һығымталар яһарға мәжбүр  итә. Китапҡа төрлө йылдарҙа ижад ителгән хикәйәт, әкиәттәр, повесть һәм хикәйәләр тупланған. Уларҙың һәр береһе тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Уҡыусыларын уйландыра ла, борсолдора һәм шатландыра ла ала.

  Земфира Аҡбутина. “Иҙел ҡыҙы”

  Яҙыусы, педагог һәм журналист Земфира Аҡбутинаның был китабы дүрт бүлектән тора. Йыйынтыҡта иң бәләкәстәргә тәғәйенләнгән, шулай уҡ алфавиттағы  һәр хәрефкә, мәктәп йәшендәгеләр  өсөн шиғырҙар, балалар һөйләүе, әкиәт, хикмәтле  хикәйәләр менән бергә, мөғжизәле бала саҡ илен сағылдырған  повесть та урын алған.

  Зәлифә Кашапова. “Сәскәләрҙән бал тама”(Чәчәкләрдән бал тама)

  Илеш районында йәшәүсе шағирә, тәжрибәле педагог Зәлифә Кашапованың татар телендә сыҡҡан был китабына төрлө йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнгән шиғырҙары, мәктәп һәм  клуб сәхнәләре  өсөн фольклор әҫәрҙәре тупланған. Улар самими бала саҡ донъяһын яҡтырта һәм үҫеп килеүсе йәш  быуындың зауығына тура килерлек аңлайышлы тел  менән яҙылған. Математик шиғырҙары  бәләкәстәрҙең һанау күнекмәләрен нығытыуға, зирәклеген үҫтереүгә,  аҡыл-зиһен даирәһен киңәйтергә булышлыҡ итәсәк.

  Китаптарҙы нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин
15.02.2021

Возврат к списку