Ләйсән Кәшфиеваның татар телендә «Ижад диңгеҙендә ниҙәр бар?» исемле электрон форматта әҙәби тәнҡит мәҡәләләр йыйынтығы донъя күрҙе

Ләйсән Кәшфиеваның «Ижад диңгеҙендә ниҙәр бар?» тигән әҙәби тәнҡит мәҡәләләре йыйынтығында Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа нәшер ителгән шиғыр һәм проза китаптарына, матбуғатта сыҡҡан әҙәби әҫәрҙәргә ентекле анализ яһала. Китап авторҙары араһында Нәжибә Әминева, Хәлисә Мөҙәрисова, Рәдиф Тимершин, Камил Дәүләтшин кеүек исеме киң билдәле ҡәләм эйәләре лә бар. Йәш ҡәләмдәр  Илдус Фәзлетдинов, Индира Муллаянова, Руслан Сөләймәнов, Дилбәр Булатова ижады ла  шаҡтай үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы икән.  Айырым мәҡәләләрҙә  Суфиян Поварисов, Марат Кәримов, Рим Идиятуллин кеүек оло яҙыусылар ижадына ла яңыса ҡараш һиҙелә.
Автор, нигеҙҙә, заман әҙәбиәтен шәхес концепцияһы үҫеше күҙлегенән баһалай.  Әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда күренекле әҙәбиәт ғалимдарының фекерҙәренә таяна.
Китаптың Башҡортостанда тыуып үҫкән Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Роберт Миңнуллиндың «Татарҙарым» тигән шиғри йыйынтығына баһалама менән асылып китеүендә лә хикмәт бар. Роберт Миңнуллин – «Ҡыҙыл таң» гәзите менән даими элемтәлә тороусы, уның иң актив авторҙарының береһе.
Әлеге йыйынтыҡта авторҙың Рауил Бикбаев, Ирек Кинйәбулатов кеүек башҡорт әҙәбиәтенең алғы һыҙығында барыусы яҙыусылар ижадына ла, йәштәргә лә урын бирелгән. Ғөмүмән, Башҡортостанда татар һәм башҡорт яҙыусылары берҙәм йәшәй, уларҙың әҙәбиәте  үрелеп үҫә тип әйтергә нигеҙ бар.
Автор редакция архивында баҫылмай ятҡан әҫәрҙәргә лә ентекле анализ яһаған, һәр авторға тиерлек туҡталған, уларҙың ыңғай һәм кире яғын күрһәткән.
Йыйынтыҡтың «Башҡортостанда татар әҙәбиәте үҫеше» тигән бүлеге айырыуса әһәмиәтле. Автор бында «Ҡыҙыл таң», «Өмөт» гәзиттәрендә, «Толпар» журналында 2012 йылда баҫылған проза һәм шиғри әҫәрҙәр буйынса айырым-айырым мәҡәләләр әҙерләй. Уларҙа һәр әҫәргә,  һәр авторға тиерлек туҡтала. Суфиян Поварисов, Марат Кәримов,  Рим Идиятуллин, Салауат Рәхмәтулла кеүек исемдәре киң билдәле яҙыусыларҙан алып, башлап ҡәләм тибрәтеүселәргә тиклем – һәр береһе был тәнҡит  мәҡәләләрендә үҙ адресына тейешле фекергә тап була. Авторҙың  баһаһы ерлекле, ғилми нигеҙле тиергә кәрәк. Ул шиғриәтте нескә тойомлай, авторҙарҙың стилен тиҙ тотоп ала, ижади яңылыҡты теүәл баһалай, етешһеҙлектәрҙе йәшермәй күрһәтеп бирә. Әлеге йыйынтыҡ авторҙарҙың үҙҙәре өсөн дә, барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн дә файҙалы баҫма булыр. Студенттар, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары китаптан төбәк әҙәбиәтен өйрәнгәндә кәрәкле мәғлүмәтте алыр.

Тәлғәт ҒӘЛИУЛЛИН, Татарстандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы, КДУ профессоры, Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы

13.11.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика