Мөхәббәт һәм азатлыҡ йырсыһы.

  Мәғлүм булыуынса, ошо көндәрҙә Башҡортостанңдың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 90 йыл булды (1930-2016).
  Абдулхаҡ Игебаев – мөхәббәт, йәшлек романтикаһына дан йырлаусы лирик шағир. Балалар һәм ололар өсөн яҙылған шиғырҙары бөгөн дә уҡыусыларын битараф ҡалдырмай. Яратып уҡыйҙар, сығыш яһайҙар, һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы  кинәнеп тыңлайҙар һәм йырлайҙар.  
  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улының түбәндәге китаптарын тәҡдим итә.

  "Күк Ирәндек ғорурлығы" (электрон баҫма).

  “ Күк Ирәндек ғорурлы” китабында башҡорт халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев тураһындағы хәтирәләр  ҡәләмдәштәренең, яҡташтарының, туғандарының иҫтәлектәре  булып тупланды.

  "Ғүмер аяулы".

  Был  китапта төрлө  йылдарҙа ижад ителгән  әҫәрҙәре тупланған,  йыйынтыҡ бик үҙенсәлекле төҙөлгән.

  "Шагаю по белой тропинке".

  Рус телендәге был китабында шағирҙың балалар өсөн яҙылған шаян шиғырҙарынан тыш тыуған иле, еренә ижады аша дан йырлаған.
  Был китаптар беҙҙең магазиндарҙа һәр саҡ һатыуҙа.
03.07.2020

Возврат к списку