Мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа дан йырлаусылар


Мәғлүм булыуынса, 8 июль Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө булараҡ билдәләнә. Был көн айҡанлы йыл һайын илебеҙҙә төрлө саралар ойошторолоп килә, һәр ерҙә һәр кем үҙенсә билдәләй.
Был матур көн уңайынан Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте китап һөйөүселәргә башҡорт һәм татар телдәрендә сыҡҡан түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итә.

Эльмира Шәрифуллина. Мөхәббәттең ете төҫө.
Сәңгелдәк һәм ләхет, йәшәү һәм үлем...
Ошо аралыҡҡа һыйған хәтирәләр: Атай-әсәй ҡәҙере, Тыуған ер бөйөклөгө, йәйғорҙоң ете төҫөн һеңдергән Мөхәббәт ғазаптары – мәкерле лә, ләззәтле лә ғүмер биҙәгән Ваҡыт ғали йәнәптәре бизмәнендә бер миҙгелгә тиң. Әммә күҙ асып йомған арауыҡтағы был йәшәйешебеҙҙең бәрәкәте, ҡиммәте нимәлә? Яҙыусы Эльмира Шәрифуллинаның психологик кисерештәр менән ижад ителгән проза әҫәрҙәре уҡыусыны шул хаҡта уйланырға саҡыра.

Ғәзинур Морат. Һөйөүҙең аҡ тирмәһе.  
Тәбиғәт һәр бер кешене ирекле итеп яралта. Шуға күрә уның өсөн был донъяла иректән дә ҡәҙерлерәк бер ни ҙә була алмайҙыр. Әлеге йыйынтыҡта тупланған шиғыр һәм поэмаларҙа шағирҙың йән хөрлөгө, шәхес иреге тураһында уйланыуҙар үҙәккә алына.

Фәриҙә Сәйфуллина. Мөхәббәт ҡасан ярала?
Йыйынтыҡҡа авторҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән һәм «Ҡызыл тан» гәзитендә донъя күргән ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмалары туплап бирелде. Ә инде «Мөхәббәт ҡасан ярала?» повесы тәүге тапҡыр баҫыла. Әҫәрҙә һуғыштын һуңғы йылдар һәм саф мөхәббәт тарихы тасуирлана.

Дилбәр Булатова. Һуң түгел.
Был йыйынтыҡҡа Дилбәр Булатованың һуңғы йылдарҙа ижад иткән повестары һәм хикәйәләре тупланды. Әҫәрҙәрҙәге геройҙар ниндәй генә һынауҙарға дусар булмай! Ғүмер юлында уларҙы бик күп туҡталыштар көтә: Мөхәббәт һәм Хыянат, Шатлыҡ һәм Ауырыу, Дәрәжә һәм Түбәнһетеү һәм башҡалар, һәм башҡалар. Ләкин уңыштар ҙа, яңылыштар ҙа шуның менән ҡәҙерле – улар барыһы ла үҙебеҙҙеке...
07.07.2020

Возврат к списку