Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының Башҡортостан төбәк этабы еңеүсеһе Тәскирә Даянованың урта һәм өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн «Ағинәй юлы» исемле китабы донъя күрҙе.

Башҡорт балалар яҙыусыһы, уҡытыусы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының Башҡортостан төбәк этабы еңеүсеһе Тәскирә Даянованың урта һәм өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн «Ағинәй юлы» исемле китабы донъя күрҙе.
Авторҙың халыҡсан бай тел менән яҙылған һәр әҫәре уҡымлы. Изгелек менән яуызлыҡ, эскерһеҙлек менән мәкер, заман проблемаһы – әхлаҡһыҙлыҡ кеүек мәңгелек темаларҙы әҙибә тормошсан образдар аша бөтә нескәлектәрендә һүрәтләй, уҡыусыны уйландырырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.
Китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан (http://www.kitap-ufa.ru) ала алаһығыҙ. Һатыуҙа бар. Бәйләнеш өсөн телефон: 246-55-09. Хаҡы 100 һум.

18.07.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика