Мәктәп календары  –  ғаилә дуҫы

Мәктәп календары – ғаилә дуҫы

     Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығарған 2017 йылғы «Мәктәп календары»нда уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр тупланды. Баҫмала башланғыс мәктәп уҡыусыларына ҡыҙыҡлы йомаҡтар, матур шиғырҙар, фәһемле әкиәттәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүсе уйындар, сағыу һүрәттәр, тиҫтерҙәр ижады бирелде. Үҫмерҙәргә Башҡортостандың үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, компьютер технологиялары хаҡында мауыҡтырғыс мәҡәләләр, донъялағы илдәр һәм халыҡтар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, профессиялар хаҡында белешмә, афоризмдар, төрлө тестар, йәштәштәр ижады, психолог кәңәштәре, кроссвордтар, көләмәстәр, йондоҙнамә тәғәйенләнде. Ата-әсәләр календарҙан балалар тәрбиәләү үҙенсәлектәре һәм улар менән уртаҡ тел табыу ысулдары тураһында белер, халыҡ аҡылы, афоризмдар, ғаилә темаһына арналған мәҡәләләр менән танышыр. Хужабикәләр аш-һыу әҙерләү, бәйләү серҙәрен, файҙалы кәңәштәр табыр. Сағыу итеп биҙәлгән йөкмәткеле баҫма һәр бер өйҙөң йәме булыр.
      Яңы баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
08.08.2016

Возврат к списку