Мәләүез районы Смаҡ ауылында танылған яҙыусы Динис Бүләковтың хәтер кисәһе үтә

       2019 йылдың 18 майында Мәләүез районы Смаҡ ауылында танылған яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, шулай уҡ Ғәлимов Сәләм, Фәтих Кәримов исемендәге премиялар лауреаты Динис Мөҙәрис улы Бүләковтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтә. Сараға Өфөнән, шулай уҡ Башҡортостандың башҡа ҡалаларынан һәм ауылдарынан, хатта Төркиәнән дә ҡунаҡтар саҡырылған. Кисәлә мәртәбәле ҡунаҡ – Төркиәнең Анкара ҡалаһы Ғази университеты профессоры, филология фәндәре докторы, Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә», «Килмешәк» романдарын төрөк теленә тәржемә итеүсе Нигяр Калкан ҡатнаша. Хәтер кисәһе Мәләүез районы Смаҡ ауылында уҙғарыла. Сәғәт 11-ҙә башлана.
     Әйткәндәй, Өфөлә тиҙҙән әҙиптең «Зәңгәр офоҡтар» исемле балалар өсөн яҙылған йыйынтығының исем туйы ла ойошторола. Ул 2019 йылдың 21 майында сәғәт көндөҙгө 3-тә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уҙғарыла.
     Ҡәҙерле китап уҡыусыларыбыҙҙы  яҙыусының  хәтер кисәһендә һәм китаптың исем туйында көтөп ҡалабыҙ!

     Сараларға рәхим итегеҙ, хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!

16.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика