Мөнир ҠУНАФИН: “Яҙыусы – замандың намыҫы ул”

Мөнир ҠУНАФИН: “Яҙыусы – замандың намыҫы ул”

  Әҙәбиәт һөйөүселәргә Мөнир Ҡунафиндың исеме яҡшы таныш. Тормоштоң үҙе кеүек ҡатмарлы, күктең үҙе кеүек ҡатлы-ҡатлы әҫәрҙәрен еңелсә генә уҡып сығыу мөмкин түгел, шуға күрә кәйлә менән ер аҡтарған шахтер кеүек, фекерҙәр һәм уйҙар ҡатламында ҡаҙынырға тура килер. Уның геройҙары көн менән төн, тыуым менән үлем, диуаналыҡ менән бөйөклөк ҡауышҡан сиктә йәшәй. Уларҙы уҡып, күҙ йәшендә йылмайыу барлығын, хәсрәттә шатлыҡ йәшәүен, һалҡындан йылылыҡ бөркөлөүен тойорһоң. Ғөмүмән, Ғафури районындағы гүзәл тау-урмандар, көмөштәй йылғалар менән уратып алынған Сәйетбаба ауылында яҙ башында донъяға күҙҙәрен асҡан егеттең ижадында яҡташтарының күркәм теле, сабыр холҡо, мөләйем ҡылыҡ-фиғеле, донъяға ҡарашы... сағыла. Автор бәләкәй генә булып күренгән ваҡиғаны ла “ҡартайған ҡояш аҫтында” балҡытып ебәреү һәләтенә эйә.
Яҙыусы әлеге көндә “Шоңҡар” йәштәр журналын етәкләй, әленән-әле өр-яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөрөп тора.

– Мөнир, әҙәбиәттә тәүге һүҙең шағир булараҡ ишетелде. Тора-бара оҙон юлға – прозаға – төшөп киттең. Әлбиттә, быны мин шиғриәттән айырылыуың тип аңламайым. Шулай ҙа ошо “боролош”тоң сәбәптәре лә барҙыр бит.
– Шиғриәт ул – күңел торошо, тиҙәр. Был хата фекер. Ысын шиғриәт ул – опе­ра, симфония кеүек ҡатмарлы, хә­тәр жанр. Кәйефкә генә ҡоролған шиғриәттең көсө бер ни­сә минутлыҡ ҡына. Аҡыл һәм оло мәғәнәле образдар менән туҡылған поэтик әҫәр генә миңә ләззәт бирә ала. Башҡорт шиғриәтендә был кинәнесте биргән өлгөләр күп. Тик рифма, ритмға ҡоролған әҫәрҙе генә шиғыр тип ҡабул итеү дөрөҫ түгел. Прозала ла шиғыр кимәленә еткән, юғары сәнғәт өлгөһө булырҙай хикәйә-повестар етәрлек. Распутин, Айытматов, Быков, Шукшиндарҙың, башҡорттарҙан Мостай Кә­рим, Талха Ғиниәтуллин, Әмир Әминев, Рәшит Солтан­гә­рә­евтәрҙең про­заһындағы ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе төҙөклөгө, теле, геройҙарының йөгө менән шиғыр йә поэма тип атарға була. Юғары сәнғәт кимәленә еткән һәр әҫәр минең өсөн – шиғриәт.
Поэзия шулай уҡ бик юғары шатлыҡ, асыш, табыш шат­лы­ғы, ғәҙәти тормошта ғәҙәти булмағанды асыу ҡыуанысы һәм… күҙҙе ҡамаштырыр, зиһендән яҙҙырыр матурлыҡ та. Ә һин шул шатлыҡ һәм матурлыҡ менән эш итәһең, ватмай, бысратмай ғына уҡыусыға алып барып еткерергә ынтылаһың. Яуаплылыҡ хәтәр бит!
Бөгөн шиғри һүҙ образлы фекерлә­үемде арттырһа, проза – кисерергә, драматургия хәрәкәтте тойорға өйрәтә, тиҙәр. Прозаға һуңлап тотоноуыма шатмын, тормош мәктәбен үтмәй тороп һәйбәт әҫәр яҙып булмай. Күргән-белгәндәрем күңел алҡымынан алды, кисергән-тойғандарым әҫәрем геройҙары күҙлегенән, асылынан сығып эш итергә этәрҙе. Хәҙер шиғыр яҙ­маһам да, проза, драматургияла шиғри фе­керләргә тырышам, шуға образдарға, символдарға йыш мө­рәжәғәт итәм. Бик килеп сыҡмаһа, унда бер геройым мот­лаҡ шиғриәткә ғашиҡ заттан була, шулай итеп булһа ла үҙемде аҡлайым. Һуңғы повесымда бер геройым шиғыр сире менән сирләп, шағир Ғилман Ишкининды күрергә бу­лып, дауахананың икенсе ҡатынан һикерә хатта. Шуға күрә һин әйткән “боролош” булманы ул. Бәхеткә күрәме, ҡыҙғанысҡа ҡаршымы – белмәйем.
– Тәүге хикәйәләрең үк уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡ­һыныу уятты. Һине хатта “башҡорт Распутины” тип атаусылар булды. Минеңсә, был – ҙур баһа. Ләкин үҙең­дең дә баһаң барҙыр. Әйтәйек, Пушкин да: “Ай да Пушкин!..” – тип әҫәрҙәренә ҡарата һоҡланыуын бел­дергән. Һин нимә тип әйтер инең?
– Шәп һорау. “Ай да” тип әйтмәһәм дә, баһам әллә ни хөрт түгел үҙемә. Аңлатам. Журналда йә китап булып сыҡ­ҡас, әҫә­ремде бөтөнләй уҡығым килмәй. Ҡулыма ла алмайым. Ни өсөнмө? Яҙған саҡта бар йәнем, бар зиһенем, бар хәтер байлығым шунда һуңғы тамсыһына тиклем һығылған һәм мин ундағы геройҙарымдың “тиреһе­нән” сыҡҡанмын ин­де. Ялҡҡанмын, башҡа­са әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларға, нин­дәй генә танһыҡ булмаһын, кире әйләнеп ҡайтҡым килмәй. Мунса ингәндә нисек йыбанмай, рәхәтләнеп сабынһам, яра­тып яҙған әҫә­рем өҫтөндә лә шулай мөкиббән бирелеп эшләйем. Хәлең бөткәнсе сабынғандан һуң тиҙ генә мунсаға барғы килмәй бит… Ихласлыҡ, фиҙакәрлек, йөрәк йылыһы һалынған әҫәрҙең (ғөмүмән әйтәм) көслө, ыңғай энергети­ка­һын уҡыусы шунда уҡ тойоп ала ул. Шул саҡта әҫәрҙәрең уҡымлы була.
– Хикәйәләреңдең төп үҙенсәлеге – символизм. Беҙҙең прозабыҙҙа был киң таралған күренеш түгел. Ниндәй әҙиптәрҙе үрнәк итеп алаһың?
– Символизм тип ауыҙ тултырып уҡ әй­теп булмайҙыр, шулай ҙа ҡайһы бер фекерҙәрҙе айырым символдар, образдар аша еткереү отошлораҡ. Уларҙың тәьҫире көслөрәк. Сәнғәттә, әҙәбиәттә кеше аңына барып етер юлдар шул тик­лем күп, сәпкә дөрөҫ тоҫҡай белергә генә кәрәк. Символизм өйрәнәйем әле тип, мотлаҡ шуның әҫәрҙәрен уҡырға кәрәк тип ултырған юҡ. Ә шулай ҙа һынлы сәнғәттә был йүнә­леште бик яратам, улай ғына түгел, Әмир Мәжи­тов, Йәлил Сөләймәновтарҙың картиналарын сәғәттәр буйы ҡарап, буй етмәҫ фекерҙәргә “юлығырға” була. Шулай уҡ ошондай хистәрҙе Фазыл Искәндәр, Пауло Коэльо әҫәрҙәрен уҡығанда кисерәм.
Абстракционизм, авангардизм, импрессионизм… – төрлө йүнәлештәр бар. Улар менән яҡындан танышып барырға кәрәк. Бында бөтөнләй бер нәмә лә аңлашылмай бит, тип әйтеүҙәренә бер ҡасан да иғтибар итергә кәрәкмәй. Киреһенсә, “аңлашыл­ма­ған” әйберҙәрҙә мәғәнә күберәк булыу­сан. Унда һәр кем үҙ “күҙен”, үҙ “мейеһен” таба. Тапмай икән, тимәк, улар юҡ.
– “Йөҙөп бара ине аттар диңгеҙҙә...” повесы әҙәбиәттә бер күренеш булды, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте үткәргән конкурста еңеп сыҡты. Әгәр агрономдан, уңышҡа нимә сәбәп булды, тип һораһаҡ, ул кәрәкле ашламалар индереүе тураһында әйтер ине. Ә һинең уңышыңдың нигеҙен ниндәй “ашламалар” тәшкил итә тип уйлайһың?
– Летчик самолеты менән “уйлай” тип Экзюпери әйткәнме әле? Шуның һымаҡ, крәҫтиән – һабаны, урмансы ағасы менән “уйлай”, йәшәй. Ябай ауыл кешеләренең бөйөклөгөн аңлап, күреп үҫкән кеше нимә тураһында фекерләргә тейеш?!
Бөгөн Тормошто шиғри, романтик рә­үеш­тә ҡабул иткән кешеләр генә Ысынбарлыҡты яулай, үҙгәртә ала кеүек миңә. Үҙенең эске Донъяһы ғына был фанилыҡта үҙ урынын табырға ярҙам итә уға. Ә уларға ҡараһаң, ябай, ҡәҙимге беҙ белгән эштәр менән шөғөлләнәләр, ер һөрәләр, урман үҫтерәләр, мал һуялар, ит ашайҙар, әпәкәйҙе ҡәҙерләйҙәр… Бөйөк ябайлыҡ, шуны күрә һәм күрһәтә белеү – бар ашламаһы уның.
Әҫәрҙең идеяһы ике йыл элек үк бар ине. Халҡымдың бөгөнгө яҙмышын, килә­сәген күҙалланым да, нишләптер ярын, ҡиблаһын таба алмай диңгеҙҙә йөҙөп йөрөгән ат өйөрөнә оҡшаттым. Бер мәл һеҙҙең гәзиттә Әбйәлил районында булған ваҡиға хаҡында “Бер ҡарағас тарихы” тигән йән әрнеткес хат баҫылып сыҡты. Унда атаһының ҡәбер бураһына үҙе үҫтергән ҡарағасты ауҙарған өсөн егеткә ҙур штраф һалына. Закон борондан килгән йоланан өҫтөн булып сыға. Шул тарих бик уйландырҙы. Глобализация диңгеҙен­дә йөҙгән караптан ипләп кенә беҙҙе ярһыҙ оло һыуға этәп төшөрә баралар… Ҡотолоу юлы юҡ кеүек.
Бер-береңә тоғролоҡ, берҙәмлек кенә һәләкәттән ҡотҡарасаҡ. Бөгөн милләтте бер нәмә генә бөтөрә – беҙҙең үҙ-ара тарҡаулыҡ. Ябайса әйткәндә, ата-бабала­рыбыҙҙан килгән асылыбыҙҙы зиһендән, йөрәктән алып ташламаһаҡ, алда әйткәнсә, летчик самолет менән “уйлаған” кеүек, баш­ҡорт ер, йыр, ат менән “уйлай” ала икән, юғалыу ҡурҡынысы янамаясаҡ.
– Тимәк, әҫәрҙәрҙең сюжеты ысын­барлыҡтан алына…
– Был повестың нигеҙен, эйе, бер ҡара­ғасҡа ҡағылышлы реаль тарих тәшкил иткән кеүек булһа ла, бар геройҙарҙы ла, хәл-ваҡиғаларҙы ла үҙем уйлап сығарҙым. Ә, ғөмүмән, булған хәл-ваҡиғаларға тая­нырға тырышам. Ҡайҙалыр үҙем менән булған хәлде йә ишеткән, уҡыған яҙмыш­тарҙы файҙаланам. Тик бер әҫәремдә лә, бында мотлаҡ шул хәлде яҙҙым, тип әйтә алмайым. Улар – төрлө ерҙә төрлө ва­ҡыт­та булған ваҡиғаларҙы йыйып алыу һөҙөмтәһе башлыса. Уйлаһаң, минең өсөн сюжет мөһим дә түгел. Күптәр уйлағанса ул ғына әҫәрҙең көсөн хәл итмәй. Прозала эшләүсе ҡайһы берәүҙәрҙең төп хатаһы шунда: хәл-ваҡиғаға артыҡ иғтибар биреп, баналь сюжеттар ҡороп, уҡыусыны илат­маҡсы була. Ундай әҫәрҙәр хәтерҙә оҙаҡ һаҡланмай.
– Ә улайһа нимә мөһим?
– Мөһиме идея, әлбиттә. Һәм уны биреү формаһы, йәғни кәнфитеңде (әллә һарым­һаҡты) ниндәй ҡағыҙға төрөүең. Әҫәреңдең идеяһын, йәғни уҡыусыға еткерер төп фе­кереңде, образлы фекереңде, геройҙа­рыңды асыҡ күрһәң, ғәҙәттә, сюжет тиҙ үк тыуа. Геройҙар үҙҙәре хәрәкәтләнә башлай. Һәр күренештең, һәр геройҙың, һәр образдың йөгө булырға тейеш – быныһы бик мөһим. Маһир шағирға быны һөйләйһе түгел инде.
– Улай тимә, һәр ижадсының үҙ сере.
– Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: яҙа башлағанда сюжеттың аҙағы бөтөнләй булмаҫҡа ла мөмкин. Яҡынса уйлап ҡуяһың ул, тик герой­ҙарың, баяғы идеяға хеҙмәт итеүсе персонаждар яҙыу процесында үҙҙәренсә “йәшәй” башлай ҙа ваҡиғаны икенсе яҡҡа бороп алып та китә. Һин бер төрлө ниәтләп ҡуяһың, ә ул икенсе төрлө хәл итә. Хәҙер батырҙарса Берлинды алырға тейештәр тип уйлайһың, ә хәл-ваҡиға уларҙы артҡа сигенеп үҙ-ара талаштырырға мәжбүр итә. Улар шулай үҙ тормошо менән йәшәй. Шул тормошо менән һинең идеяңды аса бара, аса бара. Геройҙарҙы асыҡ күреү кәрәк. Дөрөҫ, характеры, буй-һыны, хәрә­кәте, эшмәкәрлеге... юҡ икән, улар “йөрө­мәй”. Хикәйә тип башлап яҙған әйберең бер саҡ повесть та булып китә хатта.
– Драматургия жанрында ла көсөңдө һынап ҡараның: Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын...” тигән пьесаңды сәхнәләш­терҙе. Әҫәрҙәрең төрлө төбәктәрҙәге халыҡ театрҙарында ҡуйыла. Шағир, прозаик, драматург... Өс кәмә ҡойроғон тотоу түгелме был?
– Дүрәк мин. Бер йүнәлеште ал да эшлә лә йөрө лә бит, был ярҙан тегенеһенә бәрелеп, асыл, мәғәнә эҙләгән булам. Бөтә ижадсы ла Мостай кеүек өс атты бергә егеп ныҡлы сабып бара алмай ҙа, ә шулай ҙа… әле зиһен барҙа, йәш саҡта барыһын да тәүәккәлләге килә. Драматургияла улай уҡ эшләмәҫ тә инем, Зиннур Сөләймәнов тигән шәп режиссер, заманса фекерләгән тиктормаҫ егет, елкәнән төш­мәй. Ул Әлиә Яхина менән “Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы” тигән үҙәк асып ебәрҙе лә, драматургтарҙы һәм режиссерҙарҙы йыйып, Мәскәүҙән һәм үҙебеҙҙән күренекле театр белгестәрен саҡырып, семинарҙар үткәрә. Ә унда буш ҡул менән барырға ярамай, мотлаҡ пьесаң булырға тейеш. Тикшерәләр, әрләйҙәр, башҡаса яҙмаҫлыҡ хәлгә еткерәләр ҙә, башыңдан һыйпап, талантлы егетһең, эшлә, тиҙәр (көлә). Ә ысынында, шул тиклем файҙалы был мәктәп. Мин күп нәмәгә өйрәндем, киләсәктә был әҙәби төрҙә ең һыҙғаныр саҡтарым буласаҡ әле.
Ә проза – минең икмәгем. Унда мин ғазапты ла, кинәнесте лә әлегә күберәк табам.
– Хәҙер кеше китап уҡымай тип зарланырға яратабыҙ. Ниңә, кем өсөн яҙам тип уйланғаның юҡмы?
– Ундай зар бар. Ысынлап та, был тормошта ғүмере эсендә бер китап та уҡы­маған кешеләрҙе беләм. Уларҙың үҙҙә­ренең тормошо етеш, кәйефтәре лә шәп кеүек, айырым ҡыҙыҡһыныуҙары ла бар. Тик, ҡартая башлаһалар, үҙҙәрен ғәрип тоялар. Ғүмер үткән һайын, уйландыра шул. Ниндәйҙер һығымталарға килге килә, ә күңел буш, ейәндәргә фәһем итеп һөй­ләрлек тарихтар ҙа бар кеүек, тик аңлатып булмай, нимәлер ҡамасаулай… Әйткән­дәй, уҡымай тигәндән, телгә алған повесть “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡҡас та, райондарҙан шылтыратыуҙар, хәбәрҙәр күп булды. Халыҡтың бер өлөшө барыбер ҙә китапһыҙ йәшәй алмай ул. Ана улар киләсәктә замандың ысын хужалары буласаҡ та.
Шундай хәл. Райондар буйлап осра­шыу­ҙарҙа йөрөгәндә (арабыҙҙа халыҡ шағиры ла бар ине), бер район хакимиәте башлығы, тешен ҡыҫып: “Беҙҙә китап, ши­ғыр ҡайғыһымы, икмәк, ер, шәкәр хәстәре беҙҙә”, – тип һалҡынлыҡ күрһәтте. Барыбер осрашыуҙар булды, халыҡ яратып ҡабул итте. Өс йылдан шул уҡ башлыҡ үҙе осрашыуға саҡырҙы. Иген уңа, шәкәр ҙә бар, баҡһаң… ауылдарҙа суицид осраҡтары күбәйгән, хатта аҫылынып үлеүселәр араһында бер үҫмер ҙә бар, ти. Шул ваҡытта халыҡ аңын уятырға, күңел утын ҡуҙғатырға шағирҙар кәрәк икән. “Не хлебом единым сыт человек”, тип әйтелә изге китапта. Ниңә, кемгә тип уйланғанда ла, белеп, аңлап яҙғанымды тоям.
Берәй нәмәне ныҡ итеп тыйһа, өләсә­йем “аслан” тип әйтә торғайны, шуның кеүек халыҡ китап уҡымай тип, аслан, халҡым, китап яҙыуҙан һәм китап сыға­рыуҙан туҡтама. Бар заманда ла кеше аҡсаға ғына табынып йәшәмәҫ әле. Беләм, киләһе ун-ун биш йылда әҙәм һүҙгә, дингә, китапҡа мохтаж буласаҡ. Ул әле лә мохтаж, тик быны һиҙҙертмәҫкә тырыша, башҡаға, осһоҙ ҡиммәттәргә сабый кеүек әүрәп.
Ысын яҙыусы заманының намыҫы бул­ған һәм буласаҡ. Йәмғиәт даирәһендә лә, шәхсән дә яҙыусыла намыҫ булһа, уға халыҡ ышанасаҡ һәм һүҙенә ҡолаҡ һаласаҡ.
– Кәбәнде ослап ҡуяйыҡ: әле нимә­ләр яҙаһың?
– Алдағы һорауыңдан һуң ҡәләмгә тағы ла нығыраҡ тотонғо килеп китте әле. Был фанилыҡта йөҙгән карапта халҡымдың үҙ урыны ныҡлы булһын, асыҡ диңгеҙгә алып быраҡтырмаһындар өсөн эшләргә кәрәк. Әле прозала эшләйем, яҙып бөткәс тә һиңә һөрәнләрмен, йәме.

Автор: Салауат ӘБҮЗӘРОВ
"Башҡортостан" гәзитенән
18.03.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика