Мөнир Ҡунафиндан яңы әҫәрҙәр

  Өр-яңы баҫмаларыбыҙ менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Сираттағыһы   -   талантлы яҙыусы, журналист,  “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың “Шаҡмаҡ ҡояш” исемле китабы.

  Авторҙың был китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған  повесть һәм хикәйәләре индерелде. “Кешелеккә тоғролоҡ”,  “Инстинкт...” кеүек әҫәрҙәре матбуғатта  баҫылғанда уҡ уҡыусылар араһында оло шаңдау уятты. Яҙыусының хикәйә һәм повестары  композицион йыйнаҡлығы, сюжет тығыҙлығы, күтәрелгән проблемаларҙың масштаблығы һәм тәрәнлеге менән башҡорт әҙәбиәте тарихында яңы бит аса. Әҫәрҙәр уҡыуға еңел һәм ябай кеүек тойолһа ла, бик етди, ҡатмарлы фәлсәфәүи мәсьәләләрҙе күтәрә.

  Китап буйынса нәшриәттең магазиндарына йәки kitap-ufa.ru сайты аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
06.04.2021

Возврат к списку