Мөнир Вафин. Ғүмерем сәйләндәре. Шиғырҙар. Татар телендә.

Мөнир Вафин. Ғүмерем сәйләндәре. Шиғырҙар. Татар телендә.

       Яңы поэтик образдар, табыштарға бай был йыйынтыҡтағы тормош мәғәнәһе, йәшәү ҡиммәте,
  татлы мөхәббәт ғазаптары хаҡындағы шиғырҙар иң талапсан уҡыусыны ла битараф ҡалдырмаҫ.
       Шағир был китабын ҡәҙерле әсәһе Ғәйшәбикә Хажи ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә  арнай.

     Әсәйем мендәре
“Һинең өсөн һаҡлап килдем,
Күпме ҡалған көндәрем...” –
Шулай тиеп әсәй йәнем
Тотторҙо ҡаҙ мендәрен.

Өйөмдәге йыһаздарҙың
Иң ҡиммәте, олоһо.
Шул мендәрҙә  әсәйемдең
Ҡулдарының йылыһы.

Ел-ямғырҙар тейҙермәйсә,
Уны мәңге һаҡлармын.
...Бөгөн тағы төшкә керҙе
Бәпкә көткән саҡтарым.
17.07.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика