Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры – 100 йыл

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры – 100 йыл” исемле китап донъя күрҙе. Төҙөүселәре һәм фәнни концепция авторҙары – А.С. Сәғитова, Г.Д. Саламатова. Мәҡәләләр авторҙары: А.С. Сәғитова, Г.Д. Саламатова, С.Ғ. Күсемова, Һ.С. Сәйетов һ.б., мәҡәләләрҙе руссанан башҡортсаға тәржемәләүсе – С.Р. Сурина. Мөхәррире – А.Ш. Абдулвәлиева, биҙәлеш мөхәррире – А.Р. Мөхтәруллин. Тиражы – 1000 дана.
Республиканың төп театры –  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры илебеҙҙең художестволы сәнғәт киңлегендә Башҡортостандың сәхнәүи йөҙөн билдәләүсе тамға ул. Ошо яуаплы сифатта тормошоноң беренсе быуатын артылған театр, Башҡортостан Республикаһының икенсе йөҙйыллығына ҡушарлап, үҙенең данлы юлын артабан дауам итә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының тыуған мәленән алып бөгөнгө көнгә хәтле үткән  төп ижади дәүерҙәре һәм нығыныу-үҫеү үҙенсәлектәре был баҫмала ентекләп барлана. Театрҙың 100 йыл буйы үткән арҙаҡлы юлы, уның үҫеү аҙымдары, һикәлтә-упҡындар аша алға ынтылышын һынаған “аҡ таптар”, Башҡортостандың сәхнә маһиры ғына түгел, бөтә Рәсәй Федерацияһының театр сәнғәте күрке булып балҡыған шәхестәрҙең яҙмышы китапта сағылыш таба. Театрға нигеҙ һалыусыларҙың һәм режиссерҙарының тормошо һәм ижади юлы, тарихи әһәмиәтле тәүге спектаклдәр диҡҡәт менән тасуирлана, йәғни театр үҫешенең башланғыс осорона айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Китапты бай иллюстрациялар майҙаны тулыландыра – уникаль фоторәсемдәр, афишалар, документтар бирелә һәм уларҙың  күп өлөшө тәү тапҡыр донъя күрә. Киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.
Китапты Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса нәшриәттең фирма магазинында һатып ала алаһығыҙ.
18.12.2019

Возврат к списку