Миңлегөл Тайсина бәләкәстәргә «Ҡыуаныс»тан ҡыуаныстар өләшә

     Нәшриәттә йәш шағирә Миңлегөл Тайсинаның бәләкәстәргә «Ҡыуаныс» исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе
     Ҡәҙерле бәләкәстәр! Һөйөнсө! Һеҙҙең өсөн «Китап» нәшриәтендә йәш шағирә Миңгегөл Тайсина апайығыҙҙың «Ҡыуаныс» исемле яңы китабы сыҡты. Ике телдә – башҡорт һәм рус телдәрендә – донъя күргән китапҡа ғаилә, бала саҡ, зирәк һәм күҙәтеүсән кескәйҙәрҙең тормош күренештәре, мажаралары, уй-хистәре сағылдырылған шиғырҙары тупланған.
     Кескәй дуҫтарыбыҙ, һеҙ китап уҡырға яратаһығыҙмы? Бына нимә тип өндәшә һеҙгә шағирә апайығыҙ: «Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән һәр баланың да тоғро дуҫы – китаптыр, тип уйлайым. Туған телебеҙҙә баҫылған китаптарҙы уҡығыҙ, шиғырҙар ятлағыҙ! Телебеҙҙең нескәлектәрен, һүҙ байлығын күберәк белергә, ваҡытығыҙҙы файҙалы үткәрергә тырышығыҙ, өлкәндәрҙе ихтирам итегеҙ!».
     Миңлегөл Тайсинаның балалар өсөн яҙылған шиғырҙары еңел уҡыла, кәйефте күтәрә, хәтерҙә тиҙ ҡала. Әсәйҙәр, атайҙар, өләсәйҙәр, ҡәрсәйҙәр, ҡартатайҙар тураһында яҙылған шиғырҙары бигерәк тә күңелгә ята, дәртләндерә. Башҡортостан, тәбиғәт хаҡындағы шиғырҙарына иһә балалыҡ хистәре, бөтмәҫ ҡыуаныстар һибелгән төҫлө.
      Йәш шағирә үҙе лә дүрт балаға ғүмер бүләк иткән һөйөклө әсәй! «Шиғырҙарҙы мин йыш ҡына балаларымдың ҡыҙыҡлы уй-фекерҙәренән сығып яҙам», - ти ул.
     Әйҙәгеҙ, «Ҡыуаныс»тан ҡыуаныстар «ауыҙ итәйек»:


Әсәйем балалар өсөн
Матур шиғырҙар яҙа,
Һүҙҙәрҙең серле көсөнән
Тылсым сылбырын һуҙа.
Әкиәттәй мауыҡтырғыс,
Ҡыҙыҡлы ла үҙҙәре.
Һәр юлында сәпәкәйләп
Бейеп тора һүҙҙәре.
Шиғырҙарҙан гәлсәр тамсы,
Ҡояш нуры түгелһен.
Әйҙә, улар биҙәп торһон
Һәр баланың күңелен! («Әсәйем шиғырҙары»);


Ветеран олатайымдың
Урыны һәр саҡ түрҙә.
Сал Ватанды һаҡлап ҡалғас,
Гөл-сәскә үҫә ерҙә.
Бары яҡшылыҡҡа өндәй,
Изгелеккә өйрәтә.
Фәһемле кәңәштәр биреп,
Әкиәттәр һөйләтә.
Батырлыҡ – ярты бәхет, ти,
Егет булһаң, батыр бул!
Тик ҡыйыуҙар, аҡыллылар
Тыуған илде һаҡлай ул! («Олатайым кәңәше»);

Киң күңелле, саф йөрәкле,
Иң уңған, иң мөләйем,
Беҙҙең яҡты ҡояшыбыҙ –
Һөйөклө өләсәйем.
Өҫтәлеңдән һис өҙөлмәй
Тәмлекәстәр, һөтлө сәй.
Беҙҙең менән берге-бергә
Оҙаҡ йәшә, өләсәй! («Өләсәйем»);

- Әсә, ҡара, светофор ҙа,
Бейсболка кейеп алған.
Ниңә икән яңғыҙ ғына
Юлда аҙашып ҡалған?!
Белдем, белдем, Ул бит шулай
Тәртип һағында тора.
Мин юл аша сыҡҡан саҡта,
Машиналарҙы үткәрмәй,
Икенсе яҡҡа бора;

Мама, мам! Посмотри!
Светофор в бейсболке.
Но зачем он тут стоит?
Позабыл я только...
Знаю, знаю! Ведь сейчас
Надо перейти нам.
Значит – будет красный свет,
Или «стоп» машинам. («Светофор»).

       Хөрмәтле ата-әсәйҙәр һәм кескәй дуҫтарыбыҙ! «Ҡыуаныс»тан ҡыуаныслы хәбәрҙәр уҡығығыҙ килһә, нәшриәттең магазинына килегеҙ. Яңы китап һатыуға сығарылды. Адресыбыҙ: Октябрь проспекты, 2; телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55.



09.07.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика