Милли йәштәр театрында «Кәмһетелгәндәр» драмаһының премьераһы күрһәтелде

27 һәм 28 ноябрь көндәрендә  Өфөлә  М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы тамашасыға Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» драмаһын тәҡдим итте.
Спектакль республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллыҡ юбилейына арналып сәхнәләштерелде.
Ҡуйыусы режиссеры – Мәсәлим Күлбаев, ҡуйыусы рәссамы — Юлиә Ғиләжева, хореографы — Рәмизә Мөхәмәтшина, музыкаль етәксеһе – Ришат Сәғитов.
Төп ролдәрҙә: Емеш— Зарема Сәйетмәмәтова, Йәнеш – Элина Гусева, Бибеш – Светлана Бронникова, Иштуған – Илгиз Таһиров, Дмитрий Гусев.
Фойела Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте китап-күргәҙмә сауҙаһы ойошторҙо. Тамашасы Башҡортостандың тәбиғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә арналған баҫмаларҙы ҙур теләк менән һатып алды.  Шулай уҡ 2019 йылға мосолман, йыртма һәм мәктәп календарҙары, «Ҡөрьән Кәрим» китабының яңы баҫмаһы, уҡыу һәм методик әсбаптар, балалар өсөн әҙәбиәт, фотоальбомдар ҙа бик тиҙ арала үҙ хужаларын тапты. Бынан тыш  Зәйнәб Биишеваның  «Оло Эйек буйында» (рус телендә), Мәрйәм Бураҡаеваның «Әҫәрҙәр», «Арғымаҡ»,  Ибраһим Ғиззәтуллиндың «Үлгәндән һуң утыҙ йыл», Рим Ахмедовтың «Одолень трава», Мостай Кәримдең  «Оҙон оҙаҡ бала-саҡ» (башҡорт һәм рус телдәрендә), Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» (башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә), Яҡуп Ҡолмойҙоң «Һайланма әҫәрҙәр», « Память - навсегда» (төҙөүсе авторы Марсель Ҡотлоғәлләмов, рус телендә),  Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар», «БР Диниә назараты мосолмандары идаралығына 100 йыл» (коллектив авторҙар,  рус телендә), Лира Яҡшыбаеваның  «Зәйнулла ишан», «Образование Башкирской республики» (төҙөүсе авторы Наил Ишемғолов, рус телендә),  Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә»  исемле китаптары ла һәр кемдең күңеленә хуш килде.
29.11.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика