«Мин – башҡорт, тип танышығыҙ…»: күңелдәрҙе телде, юғарыға сөйҙө, рухиәткә илһам көсө бирҙе (Зөлфиә Ханнанованың яңы сыҡҡан китабының исем туйы хаҡында)

Башҡорт шағирәһе, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы Зөлфиә Ханнанованың «Мин – башҡорт, тип танышығыҙ...» тигән китабының исем туйынан һәр кем рухланып, ғорурланып, яҡты һәм тәрән уйҙар, татлы һәм ялҡынлы хыялдар, наҙлы һәм әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ хистәр менән ҡайтҡандыр кисәге саранан.
Сарала әҙибәнең шиғырҙарын Фәнзил Санъяров, Хөрмәтулла Үтәшев, Фирҙәт Ғәлиев, Флүрә Мурзина, Риф Ғәбитов, Гөлфиә Янбаева, Рәсүл Ҡарабулатов, Йәмил Ишмөхәмәтов, Ғәзиз Әбделмәнов, Филүс Ҡасимов кеүек һ.б. мәғариф һәм сәнғәт алдынғыларының, һүҙ оҫталарының үҙе кеүек үк еренә еткереп, күңел ҡылдарын тетрәндереп, күңелдең һәр күҙәнәген ҡуҙғытып уҡыуы ғына ла үҙе ни торҙо! Байрамға сәхнә йондоҙҙары Венер Камалов менән Гөлсөм Бикбулатованың, шағирәнең кинйә ҡыҙы Әминә Әлибаеваның сығышы тағы ла йәм өҫтәне. Улар Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Мосолмандарҙың изге Рамаҙан айында уҙғарылған был сарала Авзал, Айнур, Морат, Хаммат хәҙрәттәрҙең ҡатнашыуы ла бик урынлы һәм әһәмиәтле булһа, Хаммат хәҙрәттең бәләкәй улы Йософтоң «Фатиха» сүрәһен уҡып ишеттереүе байрамдың тағы ла мәртәбәһен күтәрҙе, бәҫен арттырҙы.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙғарылған китап туйы ысын мәғәнәһендә оло байрам – күңел байрамына әүрелде. Халыҡтың шиғриәткә, һүҙ ҡөҙрәтенә һыуһаған мәлендә Зөлфиә Ханнанованың «Китап» нәшриәтенең «эҫе мейесенән» генә сыҡҡан яңы китабы халыҡ өсөн ҡыуаныслы оло ваҡиғаға әйләнде.
Һүҙ ҡеүәте менән күңелдәрҙә күптән урын алған Зөлфиә Миндебай ҡыҙының шиғриәтендә үткерлек тә, саялыҡ та, эскерһеҙлек тә, саф күңеллелек тә, тыйнаҡлыҡ та ярылып ята. Шағирәнең һәр һүҙендә халҡыбыҙ яҙмышы, уның үткәне һәм яҡты киләсәге балҡый.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ойошторған китап-күргәҙмәһенәнән сараға килгән һәр кем шағирәнең яңы китабын алып ҡыуанды.
01.06.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика