Мирас Иҙелбаев ижады

Мирас Иҙелбаев ижады

    «Китап» нәшриәтендә әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Мирас Иҙелбаевтың «Һайланма әҫәрҙәр» китабы донъя күрҙе.

    Йыйынтыҡҡа «Юлай улы Салауат» исемле тарихи роман-эссе, «Ҡыҙыл ҡарҙар» повесы, «Ноктюрн», «Аҡ сәскәле болон», «Ҡайтыу», «Ҡоштар китә», «Зәңгәр свитер», «Ағартылыр юлдар» хикәйәләре индерелде.

    «Юлай улы Салауат» роман-эссеһы – халҡыбыҙҙың милли геройы һәм шағир-импровизаторҙың тормош юлы, хәрби юлбашсылыҡ эшмәкәрлеге, ижады тураһында; «Ҡыҙыл ҡарҙар» повесы репрессия йылдары ҡорбандарына арнала; хикәйәләрҙең үҙәгендә – юғары әхлаҡ төшөнсәләре өсөн көрәшеүсе хәҙерге заман геройҙары.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

15.06.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика