Нәшриәттең 100 йыллығын ҡаршылап...

«Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә. Шуның өсөн китап алғанда һаранлашмағыҙ. Китаптарҙан айырылмағыҙ», - тип яҙып ҡалдырған  күренекле мәғрифәтсе, ғалим һәм әҙип Ризаитдин Фәхретдин. Ысынлап та, заман үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, китап кешенең төп рухи таянысы булып ҡала.

Бына нисәмә йылдар инде «Китап» нәшриәте әҙәбиәт һөйөүселәрен һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә. Быйыл, йәғни 2019 йылдың октябрь айында, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙенең олуғ юбилейын – 100 йыллығын ҡаршы алырға йыйына. Быуатлыҡ тарихы булған нәшриәт халыҡтың рухи ҡиммәттәрен байыта, милли хазинаны арттыра.

Нәшриәттең башланғысы, тәү тамырҙары 1919 йылға барып тоташа. Тарихтан билдәле булыуынса, Башҡортостанда нәшриәт эшен тәү башлап Зәки Вәлиди ойоштора. Архив мәғлүмәттәренән, тарихсыларҙың хеҙмәттәренән күренеүенсә, бигерәк тә тарих фәндәре докторы, профессор Роза Буканованың ғилми эҙләнеүҙәре нигеҙендә «Китап»тың тыуған көнө тип 1919 йылдың 16 октябре иҫәпләнә.

Башҡорт яҙыуы тарихында һәм әҙәби тел үҫешендә нәшриәт мөһим роль уйнай. 1920 йылдарҙа нәшриәткә нигеҙ һалыусы, башҡорт әҙәбиәтен үтереүгә күп көс түгеүсе яҙыусылар үҫеп сыға. Бигерәк тә, Дауыт Юлтыйҙың, Булат Ишемғоловтың, Мәжит Ғафуриҙың, Ғөбәй Дәүләтшиндың, Афзал Таһировтың, Имай Насыриҙың, Төхвәт Йәнәбиҙең эшмәкәрлеге айырыуса ҙур була.

Нәшриәт – ул быуат менән быуатты тоташтырыусы, яҙыусы менән халыҡ араһында бәйләнеш булдырыусы изге тылсым йорто. Кеше аҡылы тыуҙырған оло мөғжизәләрҙең береһе – китап ярала бында. Ҡаҙаныштары ҙур нәшриәттең: олпат юбилейын ҡаршы алған көндәрҙә арымай-талмай халыҡтың рухи ҡиммәттәрен байыта ул, милли хазинаны арттыра.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов етәкләгән Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Рәсәй Федерапцияһында абруйлы нәшриәттәрҙән һанала. Рәсәй китап нәширҙәре ассоциацияһы (АСКИ) әҙерләгән мәғлүмәттәр буйынса, ул – илебеҙҙең иң яҡшы 100 нәшриәт иҫәбенә инә, ә милли нәшриәттәр араһында – алдынғылар рәтендә.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте – «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы лауреаты, уның продукцияһы Ашхабад, Мәскәү, Ырымбур, Силәбе, Санкт-Петербург, Һамар, Ҡазан, Магнитогорск, Троицк, Рязань ҡалаларында үткән йәрминкәләрҙә юғары баһаланды. Нәшриәт «Уҡыу донъяһы», «Ҡыҙыл майҙан», «Китап – хеҙмәттәшлек һәм үҫеш юлы» махсуслашҡан Төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара күргәҙмәләрендә бик күп тапҡырҙар дипломдар менән бүләкләнде.

«Китап»та донъя күргән айырым баҫмалар дәрәжәле конкурстарҙа йыш еңеп сыға. Һуңғы йылда ғына, мәҫәлән, Сергей Аксаковтың «Аленький цветочек » («Ал сәскә »), Эльза Миһранованың «Башкиры. Традиционная система питания: историко-этнографическое исследование» («Башҡорттар. Туҡланыуҙың традицион системаһы: тарихи-этнографик эҙләнеү»), С. Шитова менән Г. Данукалованың «Уфа историческая», кн. 1 «Искусство архитектурного декора» и кн. 2 «Деревянное зодчество» («Тарихи Өфө. Архитектур биҙәү сәнғәте», «Тарихи Өфө. Ағастан һырлап төҙөү сәнғәте»), Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала-саҡ», Азат Ярмуллиндың «У истоков Башкирской республики » («Башҡортостан республикаһы башында»), коллектив авторҙарҙың «Манас. Героический эпос кыргызов» («Манас. Ҡырғыҙҙарҙың героик эпосы») баҫмалары Рәсәй китап нәширҙәре ассоциацияһының Маҡтау грамотаһы, дипломдары, сертификаттары менән бүләкләнде.

Республикабыҙҙа берҙән-бер дәүләт нәшриәтендә башҡорт, урыҫ, татар, инглиз телдәрендә ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр йөкмәткеле баҫмалар, нәфис әҙәбиәт, дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары, һүҙлектәр һәм белешмәләр, календарҙар, электрон китаптар һәм башҡа төрлө баҫма продукция сығарыла.

Нәшриәттә «Ҡәрҙәшлек кәштәһе», «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы», «Башҡортостандың халыҡ шағиры», «Башҡорт прозаһы китапханаһы», «Мәктәп китапханаһы», «Арҙаҡлы шәхестәр тормошо», «Йәштәр тауышы» кеүек төрлө әҙәби серияларҙағы китаптар сығарыу ойошторолған.

Илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың иҫтәлекле тарихи ваҡиғаларын сағылдырған «Они вернулись с Победой» («Улар Еңеү менән ҡайтты»), «Память» («Хәтер»), «Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан» («Башҡортостан Республикаһы сәйәси ҡорбандарының хәтер Китабы»), «Герои тыла» («Тыл геройҙары»), «И Париж видали мы…» («Парижды ла күрҙек беҙ...»), «Память – навсегда» («Хәтер - мәңгелек») (төҙөүсе авторы Марсель Ҡотлоғәлләмов) кеүек күп томлы китаптар һәм баҫма продукциялар сығарыуҙы ла тормошҡа ашыра ойошма.

Әйтергә кәрәк, күренекле яҙыусыларҙың, билдәле шағирҙарҙың тыуыуына һәм Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы нәшриәттә бер-бер артлы яңы китаптар донъя күрә бара. Яҙыусы-фронтовиктар, билдәле башҡорт прозаик- шағирҙары Ибраһим Ғиззәтуллиндың («Үлгәндән һуң утыҙ йыл»), Яҡуп Ҡолмойҙоң («Һайланма әҫәрҙәр»), Назар Нәжмиҙең («Һайланма әҫәрҙәр») тыуыуҙарына 100 йыл тулыуға арналған китаптары сыҡты. Нәшриәттең фирма магазины кәштәһе республикабыҙҙың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған нәфис, фәнни-популяр төрҙәге яңы китаптар менән тулыланыуын дауам итә. Бына улар: «Образование Башкирской республики» («Башҡортостан республикаһы төҙөлөшө» - төҙөүсе авторы Н. У. Ишемғолов), «Башкиры: историко-этнографический очерк » («Башҡорттар: тарихи-этнографик очерктар» - төҙөүсе авторы С. И. Руденко), «Коренные народы России. Башкиры» («Рәсәйҙең төп халыҡтары. Башҡорттар» - төҙөүсе авторҙары Р.З. Йәнғужин, Ф.Г. Хисамитдтнова), «У истоков Башкирской республики» («Башҡортостан республикаһы башында» - төҙөүсе авторы А.Ш. Ярмуллин), «Шаҡай бураны» (авторы Ғәлим Хисамов), «Башҡортостандың әҙәби музейҙары» (төҙөүсе авторы Ф. Янышев), «100 лет Духовному управлению мусульман Республики Башкортостан: история и современность» («Башҡортостан Республикаһы Дини идаралығына 100 йыл: тарих һәм хәҙерге заман» - коллектив авторҙар), «Орнамент счетной вышивки башкир» («Башҡорттарҙың семәрләп сигеү орнаменты» - төҙөүсе авторы Елена Нечвалода), «Аҫыл ынйылар кәрәҙе» (төҙөүсе авторҙары З.Ш. Ҡарабаева, Э. Ә. Яҡупова). Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Һайланма әҫәрҙәр»ҙең тиҙҙән X томы ла донъя күреп, әҙәбиәт уҡыусыларын   һөйөндөрөргә ашыға.

Нәшриәт китаптарҙың ҡағыҙ форматынан тыш электрон форматта сығарыуҙы күптән яйға һалған. Заман башҡа заң башҡа тигәндәй, хәҙерге заманда күптәр китаптарҙы, дәреслектәрҙе, журналдарҙы электрон форматта уҡыуҙы уңай күрә. Бөгөнгө көндә нәшриәттә баҫмаларҙың башҡорт, рус һәм татар телдәрендә 100-ҙән ашыу электрон версияһы бар.

Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, мәғрифәтен үҫтереүҙә, рухи байлығыбыҙҙы йәш быуынға еткереүҙә нәшриәттең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул бөгөнгө көндә лә   халыҡ менән бергә тығыҙ йәшәргә, йыш аралашырға, халыҡ менән һәр саҡ бергә булырға тырыша,

Башҡортостан республикаһының һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә ул һуңғы ике айҙа ғына (йыл башынан) республикабыҙҙың бик күп район, ҡала һәм ауылдарында, Рәсәйҙең төрлө төбәгендә булырға өлгөрҙө. Китаптарҙы республиканың иң алыҫ мөйөштәренә тиклем алып барып еткереү, милли әҙәбиәтте пропагандалау һәм китап уҡыуға иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында уҙғарылған китап һатыу-күргәҙмәләрен халыҡ көтөп ала, күңелдәренә ятҡан, рухиәтен үҫтергән китаптарға заказдарын бирә.

«Китап» нәшриәтендә донъя күргән китаптарға һоҡланмау мөмкин түгел: улар, Башҡортостаныбыҙҙың вәкәләтле илсеһе, уның визит карточкаһы булып, илебеҙҙең төрлө төбәктәренә, Ер шарының бөтә китғаларына тарала.

100 йыллыҡ тарихы дауамында нәшриәттә күп маһир нәширҙәр – үҙ эшенең оҫталары хеҙмәт һала. Уларҙың күҙ нурҙары, зиһен көсөргәнеше, тырышлығы, баҫма хәрефтәр булып китап юлдарына теҙелеп, донъяға сыға, халыҡҡа аң-белем, мәғрифәт тарата, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәй.

Нәшер эшенең сәңгелдәктәге мәлдәре, тәүге биш йыллыҡтар, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, илде аяҡҡа баҫтырыу, торғонлоҡ һәм үҙгәртеп ҡору, XXI быуат – нәшриәт тарихында һәр осорҙоң үҙ хеҙмәт алдынғылары була. Әммә, ҡайһы осорҙа эшләмәһен, ысын нәширҙәрҙең бөтәһен дә уртаҡ сифат берләштерә. Улар, һүҙҙең хакимы ла, ҡоло ла булып, яҡшыраҡ китап сығарыу дәрте менән яна. Һәм, тынмаған тере шишмәләй, тулҡын-тулҡын булып килә улар китап сығарыу тигән оло абруйлы бурысты атҡарыуға. Исемдәре халыҡ хәтерендә, китап биттәрендә уйылып ҡала уларҙың: Әхмәтзәки Вәлиди, Исхаҡ Рәхмәтуллин, Дауыт Юлтый, Фәйзи Жданов, Булат Ишемғол, Зәйнәб биишева, Ғиндулла Ғөзәйеров, Ғата Алмаев, Лотфи Ғадилов, Әхмәт Насиров, Нурислам нуртдинов, Хәлисә Ғәлиева, Галина Осташевская, Раил Байбулатов, Сәүиә Мөхтәруллина... Һәм башҡалар, һәм башҡалар. Нәшриәттә төрлө осорҙа эшләгән һәр хеҙмәткәр маҡтау һүҙҙәренә, мәҙхиә йырлауға, ололауға лайыҡ.

Китап - халыҡты халыҡ итеп тотҡан, уны алға әйҙәгән ҡорал. Заман үҙгәрә килә, ҡорал да үҙ формаһын үҙгәртергә мөмкин, әммә эстәлеге үҙгәрмәй. Ул һәр ваҡыт бер маҡсатҡа - телде, мәҙәни байлыҡтарҙы һаҡлауға хеҙмәт итә, киләсәктә лә хеҙмәт итһен.  

28.02.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика