Нәшриәт Ғафури ерендә китап һатыу күргәҙмәһе ойошторҙо

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте кисә, йәғни 2019 йылдың 15 ғинуарында, Ғафури районы үҙәге Красноусолда һәм Сәйетбаба ауылында «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә китап һатыу күргәҙмәһе ойошторҙо. Акция Башҡортостандың һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналды. Хөрмәтле  милләттәштәребеҙ – Ғафури районы халҡы китап күргәҙмәһе  уҙасағы хаҡында белгәс тә,  нәшриәттең  социаль селтәрҙәренә яҙып,  телефон аша шылтыратып, беҙҙе түҙемһеҙләнеп көтөүҙәрен белдерҙеләр.  Шулай уҡ ниндәйерәк китаптар алып килергә кәрәклеге, ниндәйерәк әҙәбиәтте күрергә теләүҙәре хаҡында ла үтенестәрен әйттеләр. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа быға бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Ашҡынып көтөп торған шундай китап һөйөүселәребеҙ булғанда башҡорт китабының бөгөнгөһө яҡты, киләсәге өмөтлө икәненә тағы бер  ҡат инандыҡ.
Күргәҙмәгә килеүселәрҙә мосолман баҫмалары, шул иҫәптән Ҡөрьән китабы, календарҙар, башҡорт халҡы тарихы һәм этнографияһы буйынса әҙәбиәт ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Китап һатыу йәрминкәһен ойоштороуға ярҙам иткәндәре һәм йылы ҡаршы алғандары өсөн Ғафури районы Хакимиәтенә  оло рәхмәтебеҙҙе  еткерәбеҙ!
16.01.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика