Нәшриәттә Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған сара үтте

Ошо көндәрҙә Башҡортостаныбыҙҙың автономиялы социалистик республика булып иғлан ителеүенә теүәл 100 йыл тулды. Ошо иҫтәлекле ваҡиға уңайынан республикабыҙҙа оло күләмле саралар уҙғарыла, матбуғат биттәрендә юбилейға ҡарата ғәйәт ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр баҫыла, радио һәм телевидение аша тапшырыуҙар ойошторола, республикабыҙ тормошон яҡтыртҡан ғилми хеҙмәттәр баҫыла, монографиялар донъя күрә. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте лә был сараларҙан ситтә ҡалмай, уларҙың уртаһында ҡайнай, республикабыҙ халҡына тоғро хеҙмәт итә.
Нәшриәттә бөгөн уҙғарылған түңәрәк өҫтәл дә Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналды. «Башҡортостан – ата-бабаларҙың баш йорто» тип аталды ул. Унда Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжының тарих һәм хоҡуҡ кафедраһы уҡытыусыһы, тарих фәндәре кандидаты Нил Урал улы Ишемғолов, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Азат Шакирйән улы Ярмуллин, билдәле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлим Авзал улы Хисамов, Нефтекама ҡалаһы 1-се һанлы гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Халыҡ – ара йыр конкурстары лауреаты, «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы ҡатнашыусыһы Роза Дияс ҡыҙы Хөснуллина, Башҡортостаныбыҙҙың Милли әҙәбиәт музейы ғилми хеҙмәткәре Регина Рәдис ҡыҙы Фазылова һәм шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы студенттары ҡатнашты. Сара сиктәрендә Н. У. Ишемғоловтоң «Образование Башкирской республики», А.Ш. Ярмуллиндың «У истоков Башкирской республики», Ғ.А. Хисамовтың «Шаҡай бураны» китаптарының исем туйы үткәрелде.
Түңәрәк өҫтәлде нәшриәт директоры Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов асты һәм ҡунаҡтарҙы байрам менән тәбрик итте. Роза Хөснуллинаның башҡорт халыҡ йыры «Уйыл»ды башҡарыуы сараға йәм өҫтәне, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенты Ильяс Сағынбеков Шәйехзада Бабичтың «Башҡортостан» шиғырын һөйләп, кисәлә ҡатнашыусыларҙың күңелен күтәрҙе, китап авторҙары үҙ сиратында сараға йыйылыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, Башҡортостаныбыҙҙың бер быуатлыҡ тарих биттәрен байҡаны.
Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә йәнен-тәнен фиҙа ҡылып ҡатнашҡан арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе иҫкә алыу, уларҙың тормошона һәм эшмәкәрлегенә мәҙхиә йырлау, ғөмүмән, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған яңы китаптар хаҡында фекер алышыу йылы атмосферала, рух күтәренкелегендә үтте.

***
Ҡырлас тауҙар иле Башҡортостан –
Ата-бабаларҙың баш йорто,
Баш йортҡайын яҡлап яуға сапҡан
Күк Уралдың ҡыйыу башҡорто. (Абдулхаҡ Игебаев «Башҡортостан»).









21.03.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика