
Нәшриәт етәкселеге мәсетлеләргә оло рәхмәтен белдерә
2019 йылдың 6 һәм 7 февраль көндәрендә Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылы Мәҙәниәт һарайында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең сауҙа-йәрминкәһе үтте. Башҡортостандың һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмә-йәрминкәгә халыҡ күпләп ағылды. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында йәшәгән мәсетле халҡын балалар әҙәбиәте лә, уҡыу ҡулланмалары ла, Башҡортостаныбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә, тәбиғәтенә арналған фәнни-популяр хеҙмәттәр ҙә, мәктәп һәм мосолман календарҙары ла ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡөрьән китабының яңы баҫмаһын туғандарына, яҡындарына, таныштарына бүләккә һатып та алды улар.
Сауҙа-күргәҙмәһен ойошторорға ярҙам иткәндәре, асыҡ йөҙ, татлы һүҙ менән ҡаршы алғандары өсөн нәшриәт етәкселеге Мәсетеле районы хакимиәтенә оло рәхмәттәрен белдерә. Алдағы йылдарҙа ла бергә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләрбеҙ тигән яҡты өмөттә ҡала!
08.02.2019