Нәшриәт китап һатыу күргәҙмәһе менән Ғафури районына юллана

2019 йылдың 15-16 ғинуарында З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап»  нәшриәте Башҡортостандың һәм нәшриәттең ойошторолоуына  100 йыл тулыу айҡанлы «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә  Ғафури районының Сәйетбаба ауылында һәм Красноусол ҡасабаһында китап һатыу күргәҙмәһе ойоштора. Күргәҙмә 15 ғинуар  көндәҙ Сәйетбаба ауылының Мәҙәниәт йортонда, кисен Красноусол Мәҙәниәт һарайында, 16 ғинуар  Красноусол ҡасабаһының Үҙәк баҙарында үтәсәк.
Уҡыусыларға тәҡдим ителәсәк әҙәбиәт араһында Башҡортостандың тәбиғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә арналған баҫмалар, Мәрйәм Бураҡаеваның «Әҫәрҙәр»,  Ибраһим Ғиззәтуллиндың «Үлгәндән һуң утыҙ йыл», Рим Ахмедовтың «Одолень трава», Мостай Кәримдең  «Оҙон оҙаҡ бала-саҡ» (башҡорт һәм рус телдәрендә), Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» (башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә), «Балалар әҙәбиәте антологияһы» (төҙөүсе авторҙар коллективы; башҡорт һәм рус телдәрендә), Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» (башҡорт һәм рус телдәрендә), Яҡуп Ҡолмойҙоң «Һайланма әҫәрҙәр», «Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары» (төҙөүсе авторы Фәнис Янышев; башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә),  Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар», «Йыртҡыс ҡаны», Сергей Руденконың «Башкиры», Лира Яҡшыбаеваның  «Зәйнулла ишан»,  Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә», 2019 йылға мәктәп һәм мосолман календарҙары,  «Ҡөрьән Кәрим» китабының яңы баҫмаһы, уҡыу һәм методик әсбаптар, фотоальбомдар  һәм шулай уҡ башҡа бик күп өр-яңы китаптар бар.
10.01.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика