Нәшриәт китап сауҙаһы менән Бөрйән һәм Белорет райондарында булды

Үткән аҙнала, йәғни 2018 йылдың 24-27 октябрь көндәрендә, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Башҡортостаныбыҙҙың көньяҡ райондары халҡы өсөн китап күргәҙмә сауҙаһы ойошторҙо. Ул Башҡортостан республикаһының һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылды.
24 октябрҙә китап сауҙаһы Белорет районы Инйәр ҡасабаһында үтһә, 25, 26 һәм 27 октябрь көндәрендә ул Бөрйән районының Иҫке Собханғол, Байназар, Әбделмәмбәт ауылдарында йәшәүсе китап уҡыусы дуҫтарыбыҙҙы һөйөндөрҙө. Китап йәрминкәһендә Байназар, Әбделмәмбәт ауылдарына күрше йәшәгән башҡа ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнашты.
Урындағы халыҡ Башҡортостандың тәбиғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә арналған баҫмаларҙы ҙур теләк менән һатып алды. Шулай уҡ 2019 йылға мосолман, йыртма һәм мәктәп календарҙары, «Ҡөрьән Кәрим» китабының яңы баҫмаһы, уҡыу һәм методик әсбаптар, балалар өсөн әҙәбиәт, фотоальбомдар ҙа бик тиҙ арала үҙ хужаларын тапты. Бынан тыш Мәрйәм Бураҡаеваның «Әҫәрҙәр», «Арғымаҡ», Ибраһим Ғиззәтуллиндың «Үлгәндән һуң утыҙ йыл», Рим Ахмедовтың «Одолень трава», Мостай Кәримдең «Оҙон оҙаҡ бала-саҡ» (башҡорт һәм рус телдәрендә), Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» (башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә), Яҡуп Ҡолмойҙоң «Һайланма әҫәрҙәр», «Хәтер мәңгелек (Память - навсегда)» (төҙөүсе авторы Марсель Ҡотлоғәлләмов, рус телендә), Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар», «БР Диниә назараты мосолмандары идаралығына 100 йыл» (коллектив авторҙар, рус телендә), Лира Яҡшыбаеваның «Зәйнулла ишан», «Башҡортостан республикаһы ойошторолоуы (Образование Башкирской республики)» (төҙөүсе авторы Наил Ишемғолов, рус телендә), Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» исемле китаптары ла һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Күсмә китап сауҙаһы ойошторорға рөхсәт һәм ярҙам иткәне, халыҡ менән осрашырға форсат тыуҙырғаны өсөн Белорет һәм Бөрйән районы Хакимиәтенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Нәшриәт китап һатыу күргәҙмәһен тиҙҙән республикабыҙҙың тағы ла башҡа район һәм ауылдарына барып ойошторорға ла әҙерләнә.
Хөрмәтле уҡыусым, беҙҙең яңылыҡтарҙы уҡы, тарат, беҙҙең менән бергә бул, район һәм ауылдарҙа уҙғарыласаҡ китап сауҙаларына рәхим ит!!!


29.10.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика