Нәшриәттә Динис Бүләковтың «Зәңгәр офоҡтар» исемле балалар өсөн яңы китабы донъя күрҙе

     Хөрмәтле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙҙы матур яңылыҡ менән һөйөндөрөргә ашығабыҙ! Бына ул: «Китап» нәшриәтенең фирма магазины тағы ла яңы китап менән байыны. Урта йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән сағыу тышлы, бай йөкмәткеле өр-яңы китап «Зәңгәр офоҡтар» тип атала. Авторы танылған яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, шулай уҡ Ғәлимов Сәләм, Фәтих Кәримов исемендәге премиялар лауреаты Динис Мөҙәрис улы Бүләков.

         Йыйынтыҡта авторҙың әҙәби мираҫынан зәңгәр офоҡло бала саҡ иленә саҡырып торған мажаралы («Эҫе ҡар, йәки ҡыҙыма һөйләгән хикәйәләр», «Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә», «Упҡын ситендә бейеү», «Саған япраҡ яңырта») повестары тәҡдим ителә.

         «Динис Бүләков үҙенә-үҙе аяу белмәүсе сая рухлы, тынғыһыҙ йәнле шәхес ине. Бәлки, шуғалыр ҙа ул ҡанатлы кешеләр хаҡында, көслө, ҡыйыу һәм матур кешеләр тураһында яҙырға яратыр ине» тип хәтерләй китапҡа баш мәҡәлә («Дуҫым хаҡында һүҙ») яҙыусы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.

         Китапҡа иллюстрацияларҙы Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты һәм Мәләүез районы Яңауыл башланғыс мәктәбе уҡыусылары төшөрҙө.

            Йыйынтыҡ тиҙҙән нәшриәттең фирма магазинына һатыуға сығарыла. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2;

Телефоныбыҙ: 8(347) 246-09-55;

E-mail:kitapmarket@mail.ru

16.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика