Нәшриәттә Г. Д. Зәйнуллина менән М. М. Зәйнуллин төҙөгән яңы «Башҡортса-русса, русса-башҡортса йылҡысылыҡ буйынса аңлатмалы һүҙлек» сыҡты

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә балалар, нәфис йәки башҡа төр әҙәбиәттән башҡа  уҡыу-методик һәм белешмә әҙәбиәт сығарыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Китап уҡыусылар фәнни-популяр, публицистик характерҙағы әҙәбиәт менән бер рәттән һүҙлек сығыуҙы ла ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Нәшриәттә аңлатмалы, ике телле йәки терминологик һүҙлектәр әленән-әле донъя күреп тора. Әйтәйек, «Башҡорт теленең академик һүҙлеге» (1-се томдан 9-сы томға тиклем, 2011-2018) (коллектив авторҙар), «Башҡортса-русса, русса-башҡортса мәктәп һүҙлеге» (Р.Ғ. Аҙнағолов, 2016), «Башҡорт теленең ҡыҫҡаса һүҙьяһалыш һүҙлеге» (Ҡ.Ғ. Ишбаев, З.К. Ишкилдина, 2014), шул иҫәптән башҡа төр һүҙлектәр уҡыусының кәштәһендә үҙ урынын табып, бик күптәрҙе һөйөндөрҙө. Һүҙлектәрҙең  ҡағыҙ форматынан тыш электрон дискыһын да сығарыу практик йәһәттән үҙен аҡлай, ыңғай яҡтарын билдәләй. Күптән түгел электрон форматта  донъя күргән «Башҡорт лөғәте: 1926 йылғы беренсе аңлатмалы һүҙлек» тә  (Ә.Ғ. Сәлихов, 2018) китап магазиндарының кәштәләренән һатылып  та бөттө.
Һүҙлек менән эш итеүселәр өсөн нәшриәттә  электрон форматта өр-яңы «Башҡортса-русса, русса-башҡортса йылҡысылыҡ буйынса аңлатмалы һүҙлек» донъя күрҙе. Гәүһәр Зәйнуллина менән Мансур Зәйнуллин  төҙөгән һүҙлек башҡорт мәктәптәрендә, гимназияларҙа, колледждарҙа эшләгән уҡытыусылар, уҡыусылар, радио, телевидение хеҙмәткәрҙәре, бигерәк тә башҡорт әҙәби теленең һүҙ байлығы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.
Өс меңдән ашыу лексик берәмекте үҙ эсенә алған йылҡысылыҡ һүҙлеге баш һүҙҙән, башҡортса-русса, русса-башҡортса бүлектәрҙән һәм бер нисә ҡушымтанан тора.
Тәүге ҡушымтала ат тураһында башҡорт халыҡ әйтемдәре һәм мәҡәлдәре бирелә. Мәҫәлән:
Ағай-эне талашыр, атҡа менһә ярашыр  – Братья ссорятся, а на коней сядут – мирятся; Ағай-эне татыу булһа, ат күп булыр, апһын-әзе татыу булһа, аш күп булыр – Когда братья дружны-много коней, когда жены дружны – много еды; Ҡамыт ауырлығын ат белә – Знает лошадь тяжесть хомута.
Икенсе ҡушымта ат тураһындағы шиғырҙарҙы үҙ эсенә ала. Мостай Кәримдең, Ҡадир Даяндың, Ғилемдар Рамазановтың, Шәриф Биҡҡолдоң, Рәми Ғариповтың, Рафаэль Сафиндың, Рауил Бикбаевтың, Ҡәҙим Аралбаевтың  һәм башҡа әҙиптәрҙең атҡа бәйле шиғырҙары килтерелә.
Мәҫәлән:     Тәү ҡарауға кескәй, әкрен ул,
               Юҡ үҙендә артыҡ матурлыҡ;
            Нисә быуындарҙы таң ҡалдырҙы
            Башҡорт атындағы батырлыҡ. («Башҡорт аты» Ғилемдар Рамазанов).
    Артабанғы ҡушымтала ат тоҡомдарының 70-тән артыҡ атамаһына  аңлатма биреп үтелә. Мәҫәлән: Донская (верхово-упряжная; формировалась в течение нескольких столетий в табунах донских казаков; масти: рыжая, бурая, буланая) – дон аты; Курдская (местная универсальная лошадь; родина: Иран) – курд аты.
Йылҡысылыҡ лексикаһы башҡорт теленең иң боронғо һәм иң бай ҡатламын тәшкил итә. Аңлатҡан мәғәнәһенә ҡарап, ул бер нисә лексик-семантик төркөмдө үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, йылҡы малының төҫөнә, йөрөшөнә, тороғона, йәшенә, ҡылығына, тәғәйенләнешенә ҡарап, һәр береһенең үҙ атамаһы бар, бигерәк тә екке һәм менге мал булараҡ ҡамыт-дуға менән эйәр-өпсөнгә бәйле терминдар байтаҡ. Йыш ҡына йылҡысылыҡҡа ҡараған һүҙҙәрҙе фәҡәт һөйләштәрҙә генә ишетергә тура килә. Шуға күрә һүҙлектә диалектизмдар, иҫкергән һүҙҙәр  ҙә күпләп ҡулланылған.
Терминдарҙың күбеһенә ҡыҫҡаса аңлатма бирелә. Баш һүҙҙәр ҡалын хәрефтәр менән алфавит тәртибендә урынлаштырылған, ә йәйә эсендәге аңлатмалар курсив менән бирелгән. Мәҫәлән: йүгән (йылҡы малының башын тотор өсөн ауыҙлыҡлы итеп бауҙан эшләнгән нәмә) - узда; уздечка; аҡ күбеккә батыу (бик ныҡ тирләү) – взмылиться; бәйләм бейә (ҡымыҙға һауыла торған бейә) – привязанная для доения кобыла; дүнәжен, дүнәжен байтал (өс менән дүрт йәш араһындағы бейә малы) – кобыла по четвертому году.
Тәҡдим ителгән йылҡысылыҡ буйынса аңлатмалы һүҙлектән дәрестәрҙә, фәнни эш башҡарғанда бик күп ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле материалдар табырға мөмкин. Ул шулай уҡ йылҡысылыҡ менән әүҙем шөғөлләнеүселәргә, был тармаҡ  менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла файҙалы китап буласаҡ.
Һүҙлек «Китап» нәшриәтенең фирма магазинына (Октябрь проспекты, 2) һатыуға сығарылды, уны шулай уҡ рәсми сайтыбыҙға (http://www.kitap-ufa.ru) заказ биреп тә алдырырға була. Телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55.

29.11.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика