Нәшриәттә «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһы үтте

Бөгөн, йәғни 2019 йылдың 25 ғинуарында, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә матур йолаға әйләнгән «Изге ҡулдарҙан китап» акция эстафетаһын тапшырыу тантанаһы үтте. Ул Башҡортостандың һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналды. Эстафетаны Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Стәрле» әҙәби ижад үҙәге етәксеһе, балалар шағирәһе Земфира Муллағәлиева дауам итеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы» учреждениеһына китаптар бүләк итте. Сарала Стәрлетемаҡ ҡалаһы китапхана директоры Әлфиә Әсфәндиәрова, тележурналист, шағирә, Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Хәлисә Мәхәмәҙиева, шағирә һәм журналист, Журналистар союзы ағзаһы Светлана Ғафурова, «Шәреҡ» радиоһы алып барыусыһы Зәлиә Ахунова, журналист, фәлсәфә фәндәре кандидаты, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мадриль Ғафуров, БР Яҙыусылар союзының татар әҙәбиәте етәксеһе, Назар Нәжми премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина һәм эстрада йырсыһы Зөлфирә Ғәйнетдинова ҡатнашты.
Акцияның төп маҡсаты — йәш быуынды китап уҡыуға ҡыҙыҡһындырыу, пропагандалау, шулай уҡ уҡыусыларҙы яңы китаптар менән таныштырыу. Уның нигеҙендә үткән йылдарҙа ауыл, дауахана, мәктәп, приют һәм балалар йорттары китапханаларға, күп балалы ғаиләләргә китаптар оҙатылды.
Тантананы асып, нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов был акцияның әһәмиәтен билдәләне. Шулай уҡ марафондың 2015 йылдан алып үткәрелеп килеүен һәм әле лә китап уҡыусыларҙы һөйөндөрөп, уҙып тороуының кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Земфира Муллағәлиева иһә был акцияны быйылғы йылда тәүгеләрҙән булып башлап ебәреүен, «Стәрле» әҙәби ижад үҙәгенең ҡыҫҡаса эшмәкәрлеген, китаптарҙы халыҡҡа таратыуҙа акцияның мөһим роль уйнауын һөйләне, Фәниә Ғәбиҙуллина йәштәр ижадына байҡау яһаны, башҡа ҡунаҡтар үҙ сиратында нәшриәттә бындай осрашыуҙарҙың ыңғай яғын, әҙәбиәт һөйөүселәргә уның файҙаһын әйтеп үтте. Йылы атмосферала барған һөйләшеү, китап тураһында фекер алышыу Зөлфирә Ғәйнетдинова башҡарыуындағы «Һин ҡайҙарҙа?» (Светлана Шәрипова һүҙҙәре, Ильдар Шәрипов музыкаһы), «Әнкәйем еләк йыя» (Ғәлиә Закирова һүҙҙәре, Ильдар Шәрипов музыкаһы) исемле йырҙар менән үрелеп барҙы. Кисәгә йыйылыусылар Хәлисә Рәйхандың (Мөхәмәҙиева) үҙәк өҙгөс шиғырҙарын тыңлап, шиғриәт тулҡынында тибрәлде.
Сара аҙағында нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева барлыҡ ҡунаҡтарға ла рәхмәт әйтеп, ижади уңыштар теләне.
















25.01.2019

Возврат к списку