Нәшриәттә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған күңелле сара үтте

Йәйҙең тәүге көнө һалҡын тороуға ҡарамаҫтан, һәр кемдең дә күңеленән йылылыҡ, наҙ, матурлыҡ бөркөлә ине бөгөн, сөнки тап ошо көндә күп илдәрҙә Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә. Был байрам Рәсәйҙә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тип атала.
Бөгөн 1 июнь иртәһе Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте балаларҙың шат тауыштарына, көләс йөҙҙәренә күмелде, бында Халыҡ – ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған матур сара үткәрелде. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре балалары өсөн уҙғарылған күңелле сараны Айырым төр баҫмалар бүлеге корректоры Айгөл Абдуллина алып барҙы. Байрамда 4 йәшлек сабыйҙан алып 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашты. Байрам төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы һорауҙар, ярыштар менән һуғарылып барҙы. Шулай уҡ иң оҫта һүрәт төшөрөүселәр ҙә ҡағыҙ биттәренә һүрәт төшөрөп, үҙ һәләттәрен күрһәтте. Барлыҡ һүрәттәр йөкмәткеле, сағыу, матур булыуы менән ҡыуандырҙы.
Уйын аҙағында еңеүселәр билдәләнде, грамоталар бирелде, бөтә балалар ҙа тәмлекәстәр, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Саранан һәр бала күтәренке кәйеф һәм яңы тәьҫораттар менән таралышты.
01.06.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика