Нәшриәттә Әмир Гәрәевтың электрон форматта яңы китабы донъя күрҙе

«Почет Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  яҙыусы Әмир Гәрәев «Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ», «Аҡсарлаҡтар һыуға төшә», «Диңгеҙ елдәре», «Һандуғас сыбығы», «Мичман улы», «Диңгеҙ бүреһе»  исемле әҫәрҙәре менән әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.
Әҙиптең тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте  яҙыусының  дүрт повесын эсенә алған яңы баҫма сығарҙы.  Электрон йыйынтыҡҡа ингән  «Ҡарамалы яҙҙары», «Боролмала», «Һағыныу һағыштары», «Ете көн» повестарының  үҙәгендә моряктар, ябай ер кешеләренең тормошо һүрәтләнә.
Электрон баҫманы нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки рәсми сайтынан  һатып алырға була. Бәйләнеш өсөн телефон: 246-09-55
04.04.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика