Нәшриәттә сыҡҡан ике электрон һүҙлек хаҡында

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә балалар, нәфис йәки башҡа төр әҙәбиәттән башҡа  уҡыу-методик һәм белешмә әҙәбиәт сығарыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Китап уҡыусылар фәнни-популяр, публицистик характерҙағы әҙәбиәт менән бер рәттән һүҙлек сығыуҙы ла ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Нәшриәттә аңлатмалы, ике телле йәки терминологик һүҙлектәр әленән-әле донъя күреп тора. Әйтәйек, «Башҡорт теленең академик һүҙлеге» (1-се томдан 9-сы томға тиклем, 2011-2018) (коллектив авторҙар) [3, 980 б.], «Башҡортса-русса, русса-башҡортса мәктәп һүҙлеге» (Р.Ғ. Аҙнағолов, 2016), «Башҡорт теленең ҡыҫҡаса һүҙьяһалыш һүҙлеге» (Ҡ.Ғ. Ишбаев, З.К. Ишкилдина, 2014) [4, 552 б.], шул иҫәптән башҡа төр һүҙлектәр уҡыусының кәштәһендә үҙ урынын табып, бик күптәрҙе һөйөндөрҙө. Һүҙлектәрҙең  ҡағыҙ форматынан тыш электрон дискыһын да сығарыу практик йәһәттән үҙен аҡлай, ыңғай яҡтарын билдәләй.
Күптән түгел электрон форматта  донъя күргән «Башҡорт лөғәте: 1926 йылғы беренсе аңлатмалы һүҙлек» тә  (Ә.Ғ. Сәлихов, 2018) [2, 276 б.] күптәрҙе һөйөндөрөп,  үҙ уҡыусыларын тапты. Был китапта билдәле башҡорт ғалимы һәм дәүләт эшмәкәре Нуриәғзәм Таһиров тарафынан 1926 йылда Өфөлә ғәрәп алфавиты нигеҙендә баҫтырған башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге нәшер ителә. Ул инеш мәҡәлә, хәҙерге башҡорт алфавиты һәм теле нигеҙен-дә сығанаҡтың лексик үҙенсәлектәрен һаҡлап транслитерацияланған текст, китаптың төп нөсхәһенең күсермәһе, ғилми-белешмә аппарат¬тан тора.
    Һүҙлекте нәшер итеүсе һәм уға  инеш мәҡәлә яҙыусы автор  тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың һәм  Рәсәйҙең яҙыусылар союздары ағзаһы Әхәт Сәлиховҡа был һүҙлекте танылған тюрколог, талантлы яҙыусы, шағир Әбделҡадир Инандың Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала йәшәүсе улы Моста¬фа Йәшәр Инан тапшыра. Һүҙлектең төп нөсхәһе, йәғни  «Башҡорт лөғәте» 1926 йылда Өфөлә «Башкнига» нәшриәтендә Нуриәғзәм Таһиров тарафынан баҫтырылған була. «Башҡорт лөғәте» китабының «Тәүге һүҙ» тип аталған инеш өлөшөндә автор һүҙлекте төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн Х. Ғәбитов, Баныу Ғәбитова, Ғәйшә Таһирова, Әхмәҙулла Бикбов, Зариф Ғәбитов, Насибулла Бикбаевтарға ҙур рәхмәтен белдерә. «Баш һүҙҙә ул телгә алынған иптәштәренең ниндәй диалекттарҙа һөйләшеүен дә билдәләп үтә:
1 – Тамъян-түңгәүер диалекты вәкиле булған шағир һәм ҡатыны [Хәбибулла Ғәбитов һәм хәләл ефете Баныу]. «З – Ҙ» менән һөйләшәләр.
2 – Ғәйшә Таһирова, Нуриәғзәмдең ҡатыны, әйле (барын- табын, Урал арты) диалекты. «Ҙ»-ны «Ҫ» тип әйтәләр.
3 – Әхмәҙулла Бикбов юрматы-ҡыпсаҡ диалектында һөйләшә» [2, 4-се бит].
    Һүҙлектә А, Ә, Ы (Э), У, Ү (Ө), О, Ө, И, Б, Т, Д, Р, З, С, Ш, Ҡ, К, М, Н, Һ, Й (Я, Ю, Е) хәрефтәренә башланған һүҙҙәргә аңлатма бирелә. Мәҫәлән:
Аба – бер-бер нәрһәгә1 иҫ китеп ғәжәпләнгәндә әйтелә торған һүҙ;
Абалау – эттең бер алдына, бер артына сығып ырылдап өрөп, айбарланып өрөүе;
Әтҡи – ҡыҫҡа ғына ағасҡа туҙ ҡуйып яһалған уҡ, бала-саға «әтҡиҙә» еп менән һауаға ебәреп уйнайҙар. Ҡайһы бер яҡтарҙа «әтҡи»ҙе төҙуҡ тип тә йөрөтәләр;
Әҫбәттәп – ныҡлап, тикшереп, ипләп, һәйбәтләп, бөхтәләп эшләү.
Әҫбе – [урыҫса:] золотуха;
Ырашҡы – ямғыр аралаш ҡар яуып еүешләп һауаның һалҡынайып китеүе. Яҙғы, көҙгө ырашҡылар була. Ырашҡыларҙа ҡош-ҡорт үлә, кеше һәм малдар күшегәләр;
Эрәшә – әрәшәне ҡара. [2, 23-65-се биттәр].
    Китаптың ҡушымта өлөшөндә Ә.Ғ. Сәлихов   ХХ быуаттың 20-се йылдарында йәшәгән  башҡорт зыялылары хаҡында бай мәғлүмәт бирә, фотоһүрәттәрен урынлаштыра. Бигерәк тә,  Нуриәғзәм Таһи¬ров менән Әбделҡадир Инандың ғилми һәм ижтимағи эшмәкәрлектәрен еткерә китап уҡыусыһына.
    Һүҙлек шуныһы менән дә ҡиммәтле: китап авторы Әхәт Сәлихов Әбделҡадир Инан яҙып ҡалдырған һирәк осраған башҡорт һүҙҙәрен  дә асыҡлай. Бында ул һирәк осраған һүҙҙәрҙең тәржемәһе менән аңлатмаһын да биреп үтә. Мәҫәлән:
Tevey – Sarı volosı Kataylarında bir küçük göl adı. (Тәүәй – Һары волосы ҡатайҙарында бер бәләкәй күлдең исеме);
Kaldı – Sarı kasabasının gölü. Bunun hakkında bir hikaye var. (Ҡалды – Һары ҡасабаһының күле. Уның хаҡында бер хикәйә [риүәйәт] бар).
Уның әйтеүенсә, һирәк ҡулланышлы һүҙҙәр башҡорт телен, этнографияһын һәм фольклорын өйрәнеүселәр өсөн  ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Аңлатмалы һүҙлектә башҡорт этнографияһы, фольклоры, теле һәм әҙәбиәтенән бай материал тупланған. Баҫма төрки телдәрен, шул иҫәптән, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, ауыҙ-тел ижадын, тормош-көнкүрешен өйрәнеүселәргә тәғәйенләнә. Китапты һүҙлек¬тәр төҙөгәндә, төрки телдәрен сағыштырма планда өйрәнгәндә, тел ғилеме, әҙәбиәт тарихы, этнография һәм халыҡ ижады буйынса моно¬графиялар, дәреслектәр яҙғанда ла ҡулланырға мөмкин.
Һүҙлек менән эш итеүселәр өсөн нәшриәттә  электрон форматта өр-яңы «Башҡортса-русса, русса-башҡортса йылҡысылыҡ буйынса аңлатмалы һүҙлек» донъя күрҙе [5, 223 б.]. Гәүһәр Зәйнуллина менән Мансур Зәйнуллин  төҙөгән һүҙлек башҡорт мәктәптәрендә, гимназияларҙа, колледждарҙа эшләгән уҡытыусылар, уҡыусылар, радио, телевидение хеҙмәткәрҙәре, бигерәк тә башҡорт әҙәби теленең һүҙ байлығы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.
Өс меңдән ашыу лексик берәмекте үҙ эсенә алған йылҡысылыҡ һүҙлеге баш һүҙҙән, башҡортса-русса, русса-башҡортса бүлектәрҙеән һәм бер нисә ҡушымтанан тора.
Тәүге ҡушымтала ат тураһында башҡорт халыҡ әйтемдәре һәм мәҡәлдәре бирелә. Мәҫәлән:
Ағай-эне талашыр, атҡа менһә ярашыр – ярашыр – Братья ссорятся, а на коней сядут – мирятся; Ағай-эне татыу булһа, ат күп булыр, апһын-әзе татыу булһа, аш күп булыр –Когда братья дружны-много коней, когда жены дружны – много еды; ҡамыт ауырлығын ат белә – Знает лошадь тяжесть хомута.
Икенсе ҡушымта ат тураһындағы шиғырҙарҙы үҙ эсенә ала. Мостай Кәримдең, Ҡадир Даяндың, Ғилемдар Рамазановтың, Шәриф Биҡҡолдоң, Рәми Ғариповтың, Рафаэль Сафиндың, Рауил Бикбаевтың, Ҡәҙим Аралбаевтың  һәм башҡа әҙиптәрҙең атҡа бәйле шиғырҙары килтерелә.
Мәҫәлән:     Тәү ҡарауға кескәй, әкрен ул,
               Юҡ үҙендә артыҡ матурлыҡ;
            Нисә быуындарҙы таң ҡалдырҙы
            Башҡорт атындағы батырлыҡ. («Башҡорт аты» Ғилемдар Рамазанов).
    Артабанғы ҡушымтала ат тоҡомдарының 70-тән артыҡ атамаһына  аңлатыла биреп үтелә. Мәҫәлән: Донская (верхово-упряжная; формировалась в течение нескольких столетий в табунах донских казаков; масти: рыжая, бурая, буланая) – дон аты; Курдская (местная универсальная лошадь; родина: Иран) – курд аты.
Йылҡысылыҡ лексикаћы башҡорт теленең иң боронғо һәм иң бай ҡатламын тәшкил итә. Аңлатҡан мәғәнәһенә ҡарап, ул бер нисә лексик-семантик төркөмдө үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, йылҡы малының төҫөнә, йөрөшөнә, торошона, йәшенә, ҡылығына, тәғәйенләнешенә ҡарап, һәр береһенең үҙ атамаһы бар, бигерәк тә екке һәм менге мал булараҡ ҡамыт-дуға менән эйәр-өпсөнгә бәйле терминдар байтаљ. Йыш љына йылљысылыљља љараѓан һүҙҙәрҙе фәҡәт һөйләштәрҙә генә ишетергә тура килә. Шуға күрә һүҙлектә диалектизмдар, иҫкергән һүҙҙәр  ҙә күпләп ҡулланылған.
Терминдарҙың күбеһенә ҡыҫҡаса аңлатма бирелә. Баш һүҙҙәр ҡалын хәрефтәр менән алфавит тәртибендә урынлаштырылған, ә йәйә эсендәге аңлатмалар курсив менән бирелгән. Мәҫәлән: йүгән (йылҡы малының башын тотор өсөн ауыҙлыҡлы итеп бауҙан эшләнгән нәмә) - узда; уздечка; аҡ күбеккә батыу (бик ныҡ тирләү) – взмылиться; бәйләм бейә (ҡымыҙға һауыла торған бейә) – привязанная для доения кобыла; дүнәжен, дүнәжен байтал (өс менән дүрт йәш араһындағы бейә малы) – кобыла по четвертому году.
Тәҡдим ителгән йылҡысылыҡ буйынса аңлатмалы һүҙлектән дәрестәрҙә, фәнни эш башҡарғанда бик күп ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле материалдар табырға мөмкин. Ул шулай уҡ йылҡысылыҡ менән әүҙем шөғөлләнеүселәргә, был тармаҡ  менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла файҙалы китап буласаҡ.

Әҙәбиәт:

1.    Азнагулов Р.Г. Башкирско-русский, русско-башкирский школьный словарь, Китап, 2016. – 608 б.
2.    Башҡорт лөғәте: 1926 йылғы беренсе аңлатмалы һүҙлек / Баҫмаға әҙерләүсе, хәҙерге башҡорт теленә тәржемәсе, инеш һүҙ, аңлатмалар авторы Әхәт Сәлихов, Өфө, 2018. - 276 б. [Электрон баҫма]
3.    Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. (Ы – Я хәрефтәре). X том.  Ф.Ғ. Хисамимтдинова редакцияһында.  – Өфө: Китап, 2018. –   980 б.
4.    Ишбаев К. Ғ., Ишкильдина З.К. Башҡорт теленең ҡыҫҡаса һүҙьяһалыш һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2014. – 552 с.
5.    Зәйнуллина г.д., Зәйнуллин М.М. Башҡортса-русса, русса-башҡортса йылҡысылыҡ буйынса аңлатмалы һүҙлек. [Электрон баҫма].




04.02.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика