Нәшриәттә «Татар теле» уҡыу ҡулланмалары

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә татар теленән яңыртылған уҡыу ҡулланмалары донъя күрҙе.
В.А. Ғафурова, Б.С. Сәлимгәрәйева, Л.Ш. Ғәйнетдинова авторлыҡтарында баҫылған уҡыу ҡулланмалары Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се, 3-сө һәм 4-се класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнә.
«Һин инде хәҙер туған телебеҙҙең күп кенә серҙәренә төшөндөң. «Татар теле» уҡыу ҡулланмаһы был уҡыу йылында ла һиңә асыштар яһарға ярҙам итер. Тел дәрестәрендә күҙәтеү, сағыштырыу, һөҙөмтәләр яһау ярҙамында белемдең яңы үрҙәрен яуларһың. Уңыштар һиңә!» - тип өндәшә  авторҙар мәктәп уҡыусыларына.
Хөрмәтле уҡыусылар һәм уҡытыусылар! БР Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Татар теле» уҡыу ҡулланмалары тиҙҙән «Китап» нәшриәтенең фирма магазинына һатыуға сыға.
Дәреслектәр БР Хөкүмәте ярҙамында баҫтырылды.
Магазиныбыҙҙың адресы: Октябрь проспекты, 2;
Рәсми сайтыбыҙ: http://www.kitap-ufa.ru;
Телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55.
26.09.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика